Бөтә яңылыҡтар
История журнала
13 Март , 08:25

«Заман менән бергә атлағыҙ!»

«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына яҙылып,  бүләк отоусы уҡыусыларыбыҙ ихлас ҡыуана. Был юлы Учалы яҡтарынан Зилдә Мәүлитова кәстрүл йыйылмаһы отҡайны: – Үҙ һөнәремде асҡан журналым мине тағы ҡыуандырҙы... дүртенсе йыл хаҡлы ялда булһам да, журналым өйгә килеп тора, һаман яҙылам, уҡыйым...ә бүләге һуң ҡайһылай шәп!!! Хөрмәтле коллегалар, журналды алдырығыҙ, уҡығыҙ, заман менән бергә атлағыҙ!– ти ул.

«Заман менән бергә атлағыҙ!»
«Заман менән бергә атлағыҙ!»

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, журнал үткәргән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Шиғри күңелле Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы ошо арала ғүмер байрамын билдәләне. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади балҡыштар теләйбеҙ!

Әйткәндәй, яратҡан журналыбыҙға теләгән ваҡытта яҙыла алаһығыҙ. Бергә булайыҡ!

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас