История журнала
1 Октября , 03:08

Байрам менән!

Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Мәғариф өлкәһе ветерандарын һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында эшләп, хаҡлы ялда булыусы элекке коллегаларыбыҙҙы, шулай уҡ әлеге көндә лә эшләүен дауам иткән хеҙмәттәштәребеҙҙе ошо күркәм байрам менән тәбрикләйбеҙ! Бихисап йылдар буйына халҡыбыҙға, милләтебеҙгә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ эштәренән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе олпат йәштәге замандаштарыбыҙға ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрам менән!Байрам менән!
Байрам менән!

Киләсәк быуынға үрнәк булырҙай ғүмер юлы үткән ололарға хөрмәт һис ҡасан һүрелмәһен! Яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелгән байрам көнөндә генә түгел, һәр көн иғтибар үҙәгендә булһын өлкәндәребеҙ!

 

Хөрмәт менән баш мөхәррир Салауат Ғайса улы КӘРИМОВ һәм журнал коллективы

Байрам менән!
Байрам менән!
Байрам менән!
Байрам менән!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас