Башҡорт – ул иң боронғо һәм иң заманса халыҡтарҙың береһе. Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, боронғо карталарҙа башҡорт булып билдәләнгән (ә бит уның менән бергә телгә алынған хазар, ҡыпсаҡ (половец), болғар һымаҡ бөйөк халыҡтарҙың исемдәре генә ҡалған!) башҡорт XXI быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ – органда ла уйнайбыҙ; боронғо “Һунарсы” бейеүен дә бейейбеҙ – “Сыңрау торна” легендаһын балет сәнғәте аша ла күрһәтәбеҙ, әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ – заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ. Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ – Америкаға барып бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында, йәғни шашка ярыштарында ла тиҫтәләрсә дәғүәселәрҙе артта ҡалдырабыҙ. Боронғо гимныбыҙ “Урал”ды ла онотмайбыҙ – опералар башҡарып донъя кимәленә лә сығабыҙ. Сөнки беҙ – бай мираҫлы халыҡ, һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, мираҫыбыҙ яһалма бар ителмәгән, ҡаныбыҙға һеңгән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә.
“Башҡорт үҙ телен үҙе һанға һуҡмай” тигән фекерҙәргә үҙебеҙ ғәйепле. Үкенес! “Йәйләү”гә ял итергә килгән рус телле башҡорт балаларының, туған телен белмәгәнлектән, күҙҙәре мөлдөрәшеп иларҙай булып тороуҙары йәнде ҡыя. Йә рус була алмайҙар(рус уларҙы бер ваҡытта ла үҙенеке итмәйәсәк!), йә башҡорттан ситләшкәндәр. Был балалар ҡанындағы мөхиткә шул тиклем ынтыла, тартыла – беҙ һалып ҡайтарған орлоҡ шытым бирергә генә тора... Әммә балаларын алырға килгән “мамуль, папуль, дедуль, бабуль” башҡорттар шунда уҡ рус телендә һөйләшеп ҡаршылай. Туғандар! Кем ниндәй мәғлүмәткә таянып әйтте икән, тип тикшермәйек әле. Ни өсөн ошондай фекергә ем бирҙек, тип уйланайыҡ! Һәр беребеҙ туған телен һанға һуҡмаған таныш-тоноштарығыҙ, туған-тыумасаларығыҙ булған атай-әсәйҙәрҙең бер-икәүһенә булһа ла маңҡортлоҡ, ер йөҙөнән милләт булараҡ юғалыу ихтималлығын аңлатайыҡ. Янғын сыҡһа, иң элек һүндереү хәстәрлеген күрәләр, аҙаҡ сәбәбен тикшерәләр!
Бөгөн “әҫәрҙәремде кем уҡыр?” тигән һәр шағир, яҙыусы; “йырҙарымды кем тыңлар?” тигән һәр композитор; “тарихыбыҙ кемгә кәрәк булыр?” тигән һәр ғалим; “республикабыҙ һаҡланмаһа, вазифаһыҙ ҡалмаммы?” тигән һәр чиновник, уҡытыусы, йырсы, рәссам һәм башҡалар был көрәшкә үҙ өлөшөн индерергә тейеш!
Барыһына ла әйтәһе фекерем шул: барлыҡ йән эйәләренә лә аралашыу өсөн өн бирелгән. Кешеләрҙә ул телгә әйләнеп киткән. Туған тел – аң хәтерен, шул иҫәптән тарихи хәтерҙе уятыусы асҡыс ул. Барса йән эйәләре үҙ-ара өн аша аралаша. Тик кешеләр генә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған өндәренән, йәғни туған телдәренән ситләшә. “Тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, балаларҙы туған өндәренән айырмайыҡ!”– тип әйткем килә.
Ислам килеп ингәнгә тиклем үк башҡорт халҡында иманлы итеп тәрбиәләү нигеҙҙәре булған. Ислам инеп, уны үҙенеке итеп ҡабул ҡылғандан һуң, халҡыбыҙ уны элекке булған көнкүреш традицияларына яраҡлаштырып та алған. Шуның өсөн бөгөн дини байрамдар менән бергә Кәкүк сәйе лә, Ҡарға бутҡаһы ла, Ҡыҙҙар тауына сығыу ҙа, һүрәт төшөрөү ҙә, ҡыҙҙарҙың музыка ҡоралдарында уйнауы һәм шундай мосолман динендә тыйылған нәмәләр йәшәп килә. Быны беҙ тәбиғи тип ҡабул иткәнбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Урал батыр”ҙағы иҫ китмәле тәрбиә һабаҡтары системаға һалынмаған. Был сиҙәм аҡтарылырға тейеш. Йәш ғалимдарыбыҙ, моғайын, ошо эшкә тотонор. Системаға һалынмаған халыҡ ғилеме фән юғарылығына күтәрелә алмай. Ҡытайҙар фэншуйҙарын фән кимәленә күтәреп донъяға таратты. Ә беҙҙә Ҡот тигән иҫ китмәле төшөнсә бар. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ өйрәнәйек, донъя кимәленә сығып, башҡортто танытайыҡ! Донъя кимәленә сығырлыҡ өйрәнелмәгән ғилемебеҙ бихисап беҙҙең, йәштәр! Бының өсөн балаларыбыҙҙы туған телле мәктәптәрҙә уҡытырға һәм тәрбиә алып барырға тейешбеҙ.
Академик-тарихсы М.К. Любавскийҙың халҡыбыҙ тураһында әйткән алтын һүҙҙәренең ошо өлөшөнә айырыуса иғтибарҙы йүнәлтәйек: “Рәсәй халыҡтары араһында бер халыҡ та үҙ боронғолоғон, ер һәм көтөүлектәргә үҙ хоҡуғын, үҙенең милли көнкүрешен яҡлап ҡалыу өсөн, башҡорт халҡы кеүек көс һәм ҡан түкмәне. Тиңһеҙ алышта ул һан яғынан да, матди һәм, һис шикһеҙ, рухи яҡтан да ҙур юғалтыуҙарға дусар булды, әммә үҙенең этник ҡаҡшамаҫлығын асыҡланы, быуындан быуынға күсә килгән милли мираҫын һаҡлап алып ҡалды”.
Башҡорттарыбыҙ йәшәгән сит өлкәләге мәктәптә ойошторолған бер осрашыу иҫкә төштө. Унда мин туған телдең кешегә тәбиғәт тарафынан аралашыу, йәғни хәбәр еткереү өсөн генә түгел, ә күңел ҡылын сиртеп торор моң рәүешендә рухи донъябыҙҙы ла, физик сәләмәтлекте лә нығытыу сараһы итеп бирелгәнлеге, туған телдең мейе күҙәнәктәрендә генә түгел, ә бөтөн булмышыбыҙҙа булыуы (шуның өсөн дә бит күңелгә ятышлы туған моң, шиғыр тыңлағанда йәнебеҙ генә түгел, тәнебеҙ земберләп китә), туғандары менән үҙ телендә аралашмаған кешенең күҙҙәрендә моң, йылылыҡ юғалыуы, быяла һымаҡ ҡарай башлауы (сөнки күҙ – күңел көҙгөһө ул) хаҡында һәм башҡа фекерҙәрҙе дәлилләп, миҫалдар килтереп һөйләгәйнем. Беҙҙең менән рус телендә аралашып, исем-шәрифен русса әйтеп ҡаршы алған директор сәй эскәндә: “Минең мулла ҡушҡан башҡортса исемем былай .., бында, рус мәктәбе булғанға, руссаға әйләндереп йөрөтәләр. Башҡортсаһына күнектерергә тура килер,” – тине. Һөйләгәндәрем менән тулыһынса ризалашыуын, бөгөндән башлап балалары менән башҡортса һөйләшәсәген әйтте.
Минеңсә, донъяны алға этәреүсе көс иң элек шәхси мәнфәғәттән башлана. Әммә ҡайһы берәүҙәр шәхси мәнфәғәтте генә алға һөрә башлай (бәхетебеҙ, ундайҙар күпселек түгел), икенселәре йәмғиәт мәнфәғәтен алға сығара. Икенселәре ота, сөнки кеше мәңгелек түгел, ә Кешелек донъяһы мәңгелек, һәм ул ошо донъяның алға китешенә өлөш индерә алыуы менән бәхетле.