Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
18 Ғинуар 2019, 19:19

Мәғрифәтсе ғалим

РИЗАИТДИН ФӘХРЕТДИНОВТЫҢТЫУЫУЫНА – 160 ЙЫЛ

Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдин (Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдинов) 1859 йылдың 4 ғинуарында элекке Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең Кисеүат ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. Түбәнге шыршылы мәҙрәсәһендә белем алып, Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылында мәҙрәсәлә мөҙәрис, хәлфә һәм мулла булып тора. Артабан Ырымбурҙа «Шура» журналының мөхәррире вазифаһын башҡара.
1891 йылда Өфөгә күсеп, Диниә назаратында эшләй башлағас, ғилем серҙәренә ныҡлабыраҡ тотона. Мәғрифәтсе ғалимдың «Аҫар» исемле күп томлы биографик хеҙмәте айырыуса әһәмиәткә эйә. 1906 – 1918 йылдарҙа Р. Фәхретдин Ырымбурҙа йәшәй, башта «Ваҡыт» гәзите мөхәррире була, аҙаҡ «Шура» журналына баш мөхәррир итеп саҡырыла. 1918 йылда Өфөгә ҡайта. Башта уны ҡазый, бер аҙҙан һуң, 1922 йылда, мөфтөй итеп һайлап ҡуялар. Өфөлә ул ғилми-тарихи эҙләнеүҙәрен, тикшеренеүҙерен, яҙуысылыҡ эшен дауам итә. Егерменсе йылдарҙың башынан алып ул «Ибн Фаҙландың Болғарға килеүе» исемле бәләкәй китабын, «Аҫар» әҫәренең яңы киҫәктәрен яҙып, баҫырға әҙерләй. Оҙаҡ йылдар буйына тупланған бай архивындағы материалдарҙы тәртипкә һала, бер өлөшөн күсереп, СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына ебәрә.
Рәсәй Фәндәр академияһы Башҡортостан ғилми үҙәгенең Ғилми архивында Р. Фәхретдиндең 40 томлыҡ ҡулъяҙмалар коллекцияһы тупланған. Был ҡомартҡылар – рухи мәҙәниәтебеҙ тарихының ҡиммәтле сығанаҡтары.

Читайте нас: