Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
24 Октябрь 2019, 12:58

Уйымда һин, Башҡортостан!

Уйымда һин, Башҡортостан!

Маҡсат. “Халҡым тарихында минең нәҫелем яҙмышы” тигән конкурс иғлан итеү һәм мәктәптә үткәреү.

Йыһазландырыу. Плакаттар, матбуғат баҫмалары, китаптар күргәҙмәһе, Баш­ҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, дәрестең презентацияһы, проектор.


Экранда эпиграф:

Уйымда һин, ҡанымда һин,

Башҡортостан – ғәзиз әсәм.

Күк Уралдан ҡеүәт алып,

Мәңге балҡы, мәңге йәшә!

Рәмил Йәнбәк.

(Ҡурайҙа “Каруанһарай”көйө яңғырай.)


1-се уҡыусы. Көслө ел ап-аҡ ҡарҙар­ҙы осора. Һепертмә буран ҡойма буйҙарына һырынтылар һала, ел уларҙың өҫтөнә менеп, тапап-тапап иртәнсәккә ҡатырып ҡуя. Тәбиғәттең кешелектә эше юҡ. Уның үҙ ҡанундары. Миҙгелдәр алышына. Миҙгелдәр менән бергә йылдар, быуаттар йыһан төпкөлөнә юл ала. Революциялар, һу­ғыштар, ҡан ҡойош­тар тарих биттәрендә ҡала. Ғаләм өсөн улар әһәмиәткә эйә түгел. Ә кешелек бер нимәне лә онотмай, тарих биттәрендә, йылъяҙмаларҙа һаҡлай. Әгәр үткәндәр онотолһа, киләсәк менән бәйләнеш юғала.

2-се уҡыусы. Башҡортостан – Рәсәй тарихындағы тәүге автономиялы республика. 1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлаған килешеү төҙөлә, 23 мартта иһә матбуғатта килешеү тураһында мәғлүмәт баҫыла. Тап ошо көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Был тарихи акт Рәсәй федерализмына нигеҙ һала. Халҡыбыҙҙың ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу айырыуса әһәмиәтле дата.

Уҡытыусы. Башҡорт дәүләтселегенең төҙөлөүе 1917 йылдан башлап 1919 йылғаса дауам итә. 1917 йылдың 15 ноябрендә автономия иғлан ителә һәм торараҡ башҡорт ҡоролтайында раҫлана. Тик үҙәк власть тарафынан рәсми рәүештә ҡабул ителмәй. Шулай итеп, 1917 – 1918 йылдарҙа танылмаған автономия ғына була. Башҡорттар, әгәр илдә граждандар һу­ғы­шы башлана ҡалһа, бер яҡҡа ла ҡу­шылмаясағын белдерә. “Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ – баш­ҡорттар һәм бындай хәлдә үҙебеҙҙең мәнфәғәтте яҡларға тейешбеҙ”, – ти улар. Ошо принципҡа нигеҙләнеп, Башҡорт үҙәк шураһы автономия иғлан итеүҙе һәм милли ҡораллы көстәр төҙөүҙе көн үҙәгенә ҡуя. 1918 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алына, Граждандар һуғышы башлана.

1919 йылда үҙәк власть, ниһайәт, беҙҙең автономияны рәсми рәүештә таный. 23 март көндө был хаҡта «Известие ВЦИК» гәзитендә мәғлүмәт бирелә. Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналары сиктәрендә Башҡортостандың ерле автономияһы иғлан ителә. Килешеүҙә Башҡорт совет республикаһының баш ҡалаһы тураһында ла телгә алына: «Столицей Башкирской советской республики остается временно местечко Темясово. Окончательное же решение вопроса предоставляется съезду Советов в Башкирии», – тиелә унда. Колчак армияһының контрһөжүме арҡаһында 24 март көнө Башревком (Башҡортостан хөкүмәте) Темәстән сығып китә. Йәғни Темәс ауылы рәсми рәүештә Башҡортостандың ваҡытлы баш ҡалаһы ролен өс көн генә үтәп ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, Темәс ауылы Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған төбәктәрҙең береһе. Беренсенән, был ауыл Башҡортостандың ваҡытлыса баш ҡалаһы тип иғлан ителгән, икенсенән унда күренекле башҡорт шағиры Бабич эҙҙәре һаҡлана.

Башҡортостан хөкүмәтенең, Башҡортостан автономияһының, Совет Башҡортостанының аяҡҡа баҫҡан осоро шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән дә бәйле. 1919 – 1922 йылдарҙа был ҡала Башҡортостандың баш ҡалаһы була. Бында Башҡортостан хөкүмәте 1919 – 1922 йылдарҙа эшләй. Башҡорт халҡы автономия иғлан итеүҙе оло шатлыҡ, сикһеҙ ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Бөрө ҡалаһында, Темәс, Мораптал, Борай һәм башҡа ҙур башҡорт ауылдарында ошо айҡанлы йыйылыштар ойошторола, Ырымбурға ҡотлау хаттары, телеграммалар ебәрелә.

1-се уҡыусы. Башҡорт халҡы өсөн “автономия” төшөнсәһе нимә ул? Һеҙҙеңсә, улар был төшөнсәне тулыһынса аңлап, ҡабул итә алғанмы?

Уҡытыусы. Башҡорт халҡы һәм башҡорт лидерҙары “автономия” төшөнсәһенә киң мәғәнә һалған. Автономия улар өсөн иң беренсе “аҫаба” төшөнсәһенә бәйле ҡаралған. Аҫабалыҡ иһә туранан-тура ер мәсьәләһенә барып тоташа. Тимәк, автономияны ата-бабаларыбыҙ иҡтисади ихтыяждарҙы күҙ уңында тотоп яулаған, ерҙәребеҙ һаҡланып ҡалған осраҡта ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәп буласағын аңлаған. Был осорҙа халыҡтан килгән иң беренсе импульс – ерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыу. XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда ер мәсьәләһе буйынса “алтын лихорадка” була. Ерҙәр тартып алына, халыҡтың күнегелгән көнкүреше үҙгәртелә. Элек иркенләп мал көтһәләр, күсенеп, йәйләп-ҡышлап йөрөй алһалар, был осорҙа ерҙәр бүленеп, баярҙарға бирелә, заводтар төҙөлөп, малсылыҡ системаһы юҡҡа сыға.

1917 йылда тағы ла шундай ҡурҡыныс янай башлағас, зыялыларыбыҙ был иҡтисади афәтте дөрөҫ баһалап, төбәктәрҙе яҡлау өсөн автономия төҙөүгә ынтыла.

Совет власы урынлашҡас, автономияны большевиклаштырыу башлана. Архивта ошо йылдарҙағы яҙма һаҡлана: “Ҡаҙаҡ автономияһы менән артыҡ мәшәҡәт булманы, улар шундуҡ баш һалды. Ә бына башҡорттарҙы контролдә тотоуы ауыр, улар бер төптән, беҙҙең сәйәсәткә ыңғайламай. Уларҙың Вәлидов тигән пәйғәмбәрҙәре бар”. Йәғни, башҡорт халҡы әйҙәүсе, нимәгәлер күтәреүсе башлыҡтарына пәйғәмбәргә ышанғандай ышана һәм уның өсөн йән аямай утҡа ла, һыуға ла инә. Уларҙа шундай тоғролоҡ! 1917 – 1920 йылдарҙағы башҡорт милли азатлығы өсөн көрәшеүсе арҙаҡлы шәхестәр Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Юныс Бикбов, Шәриф Манатов, Фәтхелҡадир Сөләймәнов, Ғәлимйән Таған, Хафиз Ҡушаев, Сәғит Мерәҫов, Мөхәмәтхан Ҡулаев һәм башҡаларҙың яҡты исемдәре мәңге онотолмай. Башҡорт эшмәкәрҙәре “ҡыҙылдар” яғында йөрөһөнмө, “аҡтар” яғындамы, уларҙың ниәте бер – башҡорт халҡына азатлыҡ, автономия яулау, Башҡортостан дәүләтселеген ойоштороу булған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автономия өсөн көрәштә ҡатнашҡан, милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күп кенә эшмәкәрҙәрҙең исемдәре киң йәмәғәтселеккә әлегәсә билдәһеҙ ҡала килә.

Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди тураһында ниндәй генә фекерҙәр тыумаһын, халҡыбыҙҙы берләштереп, ғәскәргә туплауында, автономия эштәрен ойоштороуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ. Вәлиди хаҡында тарихты белмәүселәр тарафы­нан “ул бит ҡасып киткән” тигән һүҙҙәргә “ә һеҙ уның урынында булып ҡарағыҙ, халҡы өсөн хәленән килгәндең, мөмкин булғандың барыһын да эшләгән шәхес ул”, тип яуаплар инем.

2-се уҡыусы. Үтә лә ҡатмарлы заманда, һуғыш, талаш-тартыш йылдарында автономия төҙөүгә бары тик башҡорттарҙың ғына өлгәшә алыуына ниндәйҙер бер мөһим факторҙар ҙа сәбәпсе булғандыр бит?

Әлбиттә, иң мөһим факторҙарҙың береһе – башҡорттоң ғәскәри көсө. Ата-бабаларыбыҙҙың үҙ аллы йәшәй белеү аҡылы. Улар үҙаллылыҡтың ҡораллы ғәскәрһеҙ йәшәй алмаҫын белгән. Ысынлап та, совет хөкүмәте республикабыҙҙы ғәскәрһеҙ танымаҫ та ине. Граждандар һуғышының ҡыҙған мәлендә власҡа ана шул көс кәрәк була ла инде.

Тағы ла бер хәл иткес фактор – автономияны эре ер биләүсе башҡорттарҙың яҡлап сығыуы. Беренсе донъя һуғышы Рәсәйҙе иҡтисади, сәйәси көрсөккә килтерә. Ваҡытлы хөкүмәттән артыҡ файҙа булмай. Большевиктар власҡа килгәндән һуң төрлө декреттар ҡабул ителә. Халыҡтар быны эләктереп ала. Көньяҡ Уралда иһә был хәрәкәт башҡаларҙан айырмалы рәүештә икенсе юҫыҡтан китә. Бында ер хаҡынан юғарыраҡ төшөнсә булмай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Граждандар һу­ғышы тоҡанғас, матди яҡтан тотороҡло көн итеүселәрҙе ҡыҫырыҡлау башлана. Был иһә башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарын таянысһыҙ ҡалдыра. Һуғыш осоронда Башҡортостан туғыҙ тапҡыр “аҡтарҙан” – “ҡыҙылдар”, “ҡыҙылдар­ҙан” “аҡтар” ҡулына күсә.

1-се уҡыусы. Шулай итеп, РСФСР составында беренсе автономияның барлыҡҡа килеүе Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ формалаша башлауына башлан­ғыс һала. Халыҡ хәтере был тарихи ваҡиғалар сылбырын быуындарҙан быуындарға күсереп, киләсәккә рухи мираҫ итеп тапшыра килә.

2-се уҡыусы. Халыҡтың шанлы тарихын төплө өйрәнеү һәм хөрмәтләү – изге бурысыбыҙ!

Уҡытыусы. Башҡортостан тарихында һәр кемебеҙҙең нәҫел тарихы ята. Ошо теманы дауам итеп, киләһе дәрескә “Халҡым тарихында минең нәҫелем яҙмышы” тигән конкурсҡа материалдар туплап, инша, шәжәрә һәм башҡа төрлө формала эштәр әҙерләп килегеҙ.

Г.Н. МӨХӘМӘТҒӘЛИНА,

Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡытыусыһы

Читайте нас: