«Уҡытыусы» тигән бөйөк, изге, ҡәҙерле һүҙҙе әйтеү менән, үтә лә таныш, үтә лә ғәзиз йыр юлдары ҡолаҡта сыңлай башлай:
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Нисә быуындың йөрәгенә йылы хәтирәләр булып уйылды икән ошо йыр?! Нисәнсе быуын йырлай икән ошо йырҙы?! Йырлай ғына тиһеңме?! Күҙ йәштәре аша йөрәккә уйылған һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай уҡытыусыһына һырынған рәхмәтле уҡыусыларҙы күреп тетрәнгәнем, үҙемдең дә илап ебәргән мәлдәрем аҙ булдымы?! Балаға белем биреү менән бергә, уның күңелен юғары әхлаҡи ҡиммәттәр менән һуғарыусы һөнәр шул уҡытыусы һөнәре. Шуның менән бөйөк һәм ябай, ҡәҙерле һәм изге.
Күңелемә оло йыуаныс биргән һөнәремдең һуңғы йылдарҙа бәҫе төшөүе хаҡында йыш уйланам. Мәктәптә берәй уҡыусы менән «ғәҙәттән тыш хәл» була ғына ҡалһын (ул хәл бала урамда, өйөндә, хатта ата-әсәһе менән бергә булған саҡта ла), радио, телевидение журналистары тамашасы менән шығырым тулы студиялар йыйып, ошо хәлдән шоу эшләй, ғәйеплене эҙләй. Студия уҡытыусыларҙы ғәйепләргә, уларға бысраҡ өйөргә тотона, интернет селтәре уларҙың шәхси тормошонда ҡаҙына, ата-әсәләрҙән төрлө кимәлдәге янауҙар, ҡурҡытыуҙар яуа. Эйе, төрлө хәлдәр була. Уҡытыусы ғәйебе, дөрөҫөрәге, һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡандары ла булғылай ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең. Әммә, ант итеп әйтәм, бер уҡытыусы ла аңлы рәүештә уҡыусы баланың һаулығына зыян килтермәй, күңелен ҡыймай! Уҡытыусының күңеле хатта ата-әсәләр, уҡыусылар аңында йылдар буйы йәшәп килгән ялған стереотипты ла ҡабул итә алмай: уларҙың «яратҡан» һәм «яратмаған» уҡыусылары юҡ. Ул – уҡытыусы, парта артында – уҡыусылар; уның төп бурысы – белем биреү, һис юғы, бөгөнгө дәрестең темаһын аңлатыу.
Шуға ҡарамаҫтан, минең баламды был мәктәптә яратмайҙар, тип балаһын бер мәктәптән икенсеһенә күсереү, йә булмаһа, «мин көнө буйы эштә, балаларҙы, ана, мәктәп тәрбиәләһен» тигәнерәк һүҙҙәр йылдан-йыл йышыраҡ ишетелә. Һағайта, һиҫкәндерә был күренеш. Тәрбиәне ата-әсәләрҙән уҡытыусылар иңенә күсереү нимәгә алып барыр йәмғиәтте? Ғәҙәттән тыш насар күренештәрҙең сәбәптәрен уҡытыусыларҙан түгел, тәү сиратта, ғаиләнән эҙләргә кәрәк түгелме икән? Ирекһеҙҙән, Сыңғыҙ Айтматовтың «Беренсе уҡытыусы» әҫәрендәге уҡытыусыларын йыртҡыстарса туҡмай башлағандарын күреп, уға ярҙамға ташланған ун биш кенә йәшлек Алтынай иҫкә төшә. «Һуҡмағыҙ минең уҡытыусыма! Ҡағылмағыҙ!» тип ҡысҡырған алтынайҙарға, яҡлау-орандарға ла мохтаж шул ҡайһы саҡта уҡытыусылар.
Белем һәм тәрбиә биреүҙең яңы, мауыҡтырғыс алымдарына әүрәп, педагогиканың нигеҙен тәшкил иткән Конфуций, Платон, Аристотель, Ян Коменский, Жан Жак Руссо, Ушинский, Макаренко, Сухомлинский, Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин тәғлимәттәренән, ваҡыты-ваҡыты менән, үҙебеҙ ҙә ситләшәбеҙҙер, бәлки. Ни тиһәң дә, йәшәйешебеҙгә үтеп инеп, беҙҙән үҙгәреү, яңыса фекерләү талап иткән глобалләшеү, шул айҡанлы килеп тыуған бөткөһөҙ реформалар, белем биреү системаһының яңы стандарттары уҡытыусыларға яңы талаптар ҡуя. Теләйбеҙме, теләмәйбеҙме – беҙ яңы стандарттарға яраҡлашырға, ҡулайлашырға, улар талап иткән функциональ бурыстарҙы теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Әммә заман ниндәй генә талаптар ҡуймаһын, уҡытыусы бер нисә тәғлимәткә һәр саҡ тоғро: уҡыусыларҙы ул үҙ предметын яратырға һәм хөрмәт итергә, үҙенең предметы аша донъяны танып һәм аңлап белергә, тимәк, туҡтауһыҙ камиллашырға, предметты өйрәнеү сиктәрендә алған белемде тормошта ҡулланырға өйрәтә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң байтаҡ йылдар уҡытыусыһы менән хат аша кәңәшләшеп торған Рәми Ғарипов хаҡлы: уҡытыусы – тормоштоң көрәшсеһен тәрбиәләүсе ул. Сөнки белем алыу, ысынлап та, үҙ-үҙең менән көрәш. Уҡытыусы һөнәренең нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен кисереп-аңлап, был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплауыма ҡарамаҫтан, үҙемдең дә: «Һеҙҙең һымаҡ уҡытыусы булғым килә...» – тип теләк белдергән уҡыусыларыма ниндәй кәңәш бирергә белмәй аҙап ҡалған саҡтарым бар. Илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләгән, балаларға үҙ-үҙҙәрен асырға, аңларға, тормошта дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам иткән ауыр ҙа, яуаплы ла был эш һөнәр генә түгел – миссия, йәшәү рәүеше, булмышың бит. Ошо булмышына ҡаршы булмағандар ғына уҡытыусы һөнәренең асылын аса ала.
Ғ.М. ФӘЙЗУЛЛИНА,
Ишембай ҡалаһы Ә. Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башҡорт
теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы