Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
12 Апрель 2021, 16:22

Булмышы менән остаз

Ғафури районының Крас­но­усол ауылында йәшәүсе Баш­ҡорто­стан Республикаһының ат­ҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғә­линур Зиннур улы Ҡал­мыр­ҙин күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләне.

Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында 1950 йылдың декабрь айында Назафат менән Зиннур Ҡалмырҙиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә ул. Ҡалмыр­ҙиндар – Ҡауарҙы ауылының аб­руйлы кешеләре. Зиннур Һәҙиәт улы – Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны, III дәрәжә Дан, II дә­рәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Уҡыуға әүәҫ, яҙыу-һыҙыуға ма­һир, һүрәт төшөрөргә, шахмат уйнарға ярат­ҡан данлы умартасы Зиннур ағайҙы Ҡауарҙы халҡы әле лә хөрмәтләп иҫкә ала. Барлыҡ ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ба­ғыш­лаған РСФСР мәктәптәренең атҡа­ҙан­ған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡы­ҙын был төбәктә белмәгән кеше юҡтыр. Әйткәндәй, 2020 йылда Ҡауарҙы урта мәктәбенә Назафат Хәлил ҡыҙы Ғарипова исеме бирелде. Ул сы­ғышы менән Оло Үтәш ауы­лынан булып, нәҫел ебе данлыҡлы Халиҡовтарға барып тоташа. Заманында ошо тө­бәктә халыҡҡа аң-белем таратып, мәғ­рифәтселек эше менән шөғөлләнгән, Оло Үтәштә үҙ иҫәбенә мәҙрәсә асыуға (ошо мәҙрәсәлә Мәжит Ғафури ҙа уҡый) өлгәшкән Хатип Халиҡовтың исеме халҡыбыҙ тарихына алтын хә­реф­тәр менән яҙылған. Башҡортостан автономияһын яулашыуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн, ҡанлы репрессия башланғас, уларҙың байтағы Урта Азия тарафтарына юлланырға, фамилияларын үҙгәртергә мәж­бүр була. Назафат Хәлил ҡыҙының Ғарипова булып китеүе лә тап шунан. Бына ошондай ҡатмарлы яҙмышлы нәҫелде дауам иттереүсе лә ул Ғәлинур Зиннур улы.
Бәләкәйҙән сос, уҡыуға әүәҫ, физик яҡтан көслө булып үҫкән егет Ҡауарҙы урта мәктәбендә уҡыған йылдарында ла, спортта ла һынатмай, саңғы ярыштарында ра­йон кимәлендә призлы урындар яулай.
Мәктәпте тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында ла спортты ташламай, саңғы, туризм буйынса секцияларға йөрөй. Еҙем йылғаһы буйлап сәйәхәт тә ойоштора.
Ҡулына диплом алған йәш белгесте 1974 йылда Имәндәш урта мәктәбенә уҡытырға ебә­рәләр. Йәштән яратышып йөрөгән күрше Һабай ауылы һылыуы Хәмиә Аҡкөбәкова менән өйләнешеп, ғаилә ҡоралар. Тормош иптәше Имәндәштә фельдшер булып эш­лә­һә, Ғәлинур Зиннур улын, 2 йыл уҡытҡас, мәктәпкә ди­ректор итеп тәғә­йенләйҙәр. Һигеҙ йыл эсендә ул Имәндәш мәктәбенең матди-техник базаһын нығытыуға, татыу, берҙәм кол­лектив туплауға күп көс һала. Һөҙөм­тәлә уҡыу-уҡытыу эштәре, өлгәш сифаты яҡшыра, төрлө түңәрәктәр эшләй баш­лай. Мәктәпкә яңы трактор һатып алалар, уҡыусыларҙы тракторсы һөнәренә уҡытыу ойош­торола. Ана шулай хеҙмәт тәрбиәһе яйға һалына.
– Мәктәптең ике “ДТ-75”, ике “МТЗ” тракторы булды, уҡыу-уҡытыу эшенән бу­шаған арала техника менән колхозға ярҙам иттек. Баҫыу эштәре барышында мәктәп хеҙмәткәрҙәре алдынғылыҡты бир­мәне, – тип хәтерләй педагог.
Ул эшләгән йылдарҙа Имәндәш урта мәктәбендә барлығы 400-ҙән ашыу бала уҡый. Шуларҙың 200-ләбе мәктәп яны интернатында тәрбиәләнә. Уларға урын хәстәрләү, бер нисә тапҡыр туҡландырыу мәшәҡәттәре йәш директор иңенә төшә. Булған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр һәләткә эйә Ғәлинур Ҡалмырҙин ойоштороу эштәрендә үҙен булдыҡлы итеп күрһәтеүгә өлгәшә. Мәктәптә үҙешмәкәр тү­ңәрәктәр ойошторола, концерттар менән күрше ауылдарға ғына түгел, төпкөлдә ятҡан Толпарға тиклем барып етәләр. 1982 йылда СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлап ойош­торолған смотр-конкурс­та Имәндәш мәк­тәбе коллективының 23 номерынан 21-ен төбәк конкурсына һайлап алалар. Бө­гөн күптәр быларҙы әкиәт һымаҡ ҡабул итеүҙәре мөмкин. Әммә был – ысынбарлыҡ.
Быларҙан тыш хужалыҡ эштәре менән дә ныҡлы шөғөлләнә директор. Табын ауылындағы мәктәптең бер бинаһын күсереп алып спорт залы, машина йөрө­төргә өйрәнеү кабинеты, Яңы Бурлы мәктәбенең бинаһын ашхана итеп төҙөп ҡуялар. Был эштәрҙең барыһы ла хужалыҡ ысулы менән башҡарыла. Ә бит ул ваҡытта мәктәп директорына аҙнаһына 12 сәғәт уҡытырға ла, уҡытыусыларҙың дәрестәрендә булыр­ға ла, өлгәш кимәлен күтәрергә лә тура килә. Көндөҙгө сменанан тыш өлкәндәр өсөн киске уҡыуҙар ойошторола, пропагандист булараҡ та эш алып барыла. Ошо эштәре өсөн 1980 йылда Ғәлинур Зиннур улын Чехословакияға путевка менән бүләкләйҙәр.
Ун йыл мәктәптә эшләгәндән һуң Ғ.З. Ҡалмырҙин Мәләүез химия заводына эшкә күсә. Заводта, “Башкелме” берек­мәһендә яуаплы вазифалар башҡара ул. 13 йылдан һуң, 1997 йылда, Ғафури районы хакимиәте башлығы Ғәлинур Ғәлин саҡырыуы буйынса районға мәғариф бүлеге начальнигы булып эшкә ҡайта. Коллектив менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тап шул осорҙа иҫке мәктәптәр урынына яңыларын һалдырыу буйынса республика программаһы ҡабул ителә. Ошо программаға ярашлы махсус комиссия төҙөлөп, райондарға сыға һәм төҙөлөшкә рөхсәт биреү-бирмәүҙе хәл итә. Шул программаға ярашлы ра­йонда Красноусолдағы 1-се, Татар Һаҫыҡ күле, Ҡурғашлы, Толпар, Ташбүкән, Яугилде, Табын коррекция мәктәптәре төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыла. Бөгөн уңышлы эшләп килгән “Имәнкәй” балалар ял һәм спорт-туристик лагеры ла тап Ғәлинур Зиннур улы эшләгән осорҙа тергеҙелә. Балалар ижады үҙәгенең эшләй башлауы ла уның тырышлығына бәйле. Ә мәктәптәрҙә спорттың үҫеше хаҡында айырым бер мәҡәлә яҙыр­лыҡ. Эйе, мәғариф бүлеген ул етәкләгән йылдарҙа спорттың милли көрәш, шахмат, өҫтәл теннисы, саңғы, еңел атлетика, волейбол, баскетбол кеүек төрҙәрендә Ғафури спортсылары респуб­ликала призлы урындарҙы яулай. Райондың 9 мәктәбендә милли көрәш менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырыла, волейбол бу­йынса район йыйылма командаһына махсус заказ менән Мә­ләүездә формалар тектерелә. Һәр ярыш һа­йын спортсылар өсөн лагерҙарҙа әҙерлек ойошторола. Йәмле Еҙем йылғаһы буйындағы “Һаратыш” ял лагеры шулай барлыҡҡа килә.
Илем, халҡым, телем тип янып йә­шәүселәрҙең һәм эшләүселәрҙең береһе ул. Мәғариф бүлегенең туған телдәр бу­йынса методисы Ғ.Ғ. Ғүмәров менән берлектә районда башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә, күрше райондар менән хеҙмәттәшлек итеү ойошторола. Тап уның башланғысы менән районда беренсе тап­ҡыр “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы ойош­то­ролоуын да билдәләп үтергә кәрәк. Башҡорт теле уҡытыусыларынан Әнүәр Ғәзизов, Гөлсөм Монасипова (икеһе лә Красноусолдағы 3-сө мәктәп), Фәнүзә Заһиҙуллина (Сәйетбаба мәктәбе) республика конкурсында, тәүгеләрҙән булып, лауреат исемен яулайҙар. Бөгөнгө Н. Мәжитов исемендәге Крас­ноусол башҡорт гимназия-интернатының гимназия булып формалашыуында ла уның роле баһалап бөткөһөҙ. Ул мәғариф бүлеге начальнигы булып эшләй башлаған сағында башҡорт интернат-мәктәбенең беренсе уҡыу йылы (1996/1997) ғына була. Һуңғараҡ ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернатының ул саҡтағы директоры Гәрәй Өмөтбаев менән Сәйетбаба һәм Ҡауарҙы урта мәктәптәрендә гимназия кластары асыуға өлгәшә, сығарылыш класс уҡыусыларын юғары уҡыу йорттарына әҙерләү буйынса ҙур эш алып барыла. Әйткәндәй, ул осорҙа Өфөлә, Стәрлетамаҡта белем алыусы студенттар менән район етәкселегенең осра­шыуы матур бер йолаға әүерелә. Тап уның тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтә­һендә Өфөлә йәшәүсе ғафуриҙарҙың “Табын” яҡташ­тар клубы менән район етәкселеге ара­һында ныҡлы бәйләнеш урынлаштырыла. Яҡ­таштар­ҙың районға яр­ҙа­мын ойоштороу уның иңенә төшә.
Ғәлинур Зиннур улы хаҡында һүҙ йө­рөткәндә уның йәмәғәтселек эше хаҡында ла әйтергә кәрәк. Эйе, ул булмышы ме­нән әүҙем йәмәғәтсе лә. Әле Мәләүез ҡала­һында эшләп йөрөгән сағында уҡ дуҫы Сәйфулла Әмиров менән “Көнгәк” башҡорт халыҡ үҙәге ойоштороуға өлгәшә. Ғафуриға эшкә ҡайтҡас иһә, 1997 йылда уны район башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуялар. 14 йыл ошо йөктө тарта ул. Районда йәшәүсе башҡорттарҙың мәнфәғәтен ҡай­ғыртып ҡына ҡалмай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын үтәү йөҙөнән Ырымбур өлкәһенең Новосергеевка районында йә­шәүсе милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштыра. Ырымбур башҡорттарын ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеү йәки милли көрәшкә ылыҡтырыу булһынмы, барыһын да ойоштора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошондай изге баш­ланғыс һүнеп ҡалды.
Ғәлинур Зиннур улы тормош иптәше Хәмиә Әхмәҙиә ҡыҙы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ләйсән – Өфөлә, Илнур Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Ата-әсәһенә икеһе лә берәр ейән бүләк иткәндәр. Киләсәктә бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡыуандырыр әле. «Минең бар уңыштарым нигеҙендә һөйөклө тормош иптәшемдең эскерһеҙ ярҙамы, башланғыстарҙы хуплауы ята», – ти Ғәлинур ағай.
– Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән үҙ халҡыңды ихлас яратыу, иҫ китмәле ойоштороу һәләтенә эйә булыу ҡайҙан килә Һеҙҙә? – тип һораным унан.
– Әсәйем, РСФСР мәктәптәренең ат­ҡаҙанған уҡытыусыһы Назафат Хәлил ҡыҙының 55 йәшендә шундай бер фекер яңғыратҡайным: мине яҡты донъяға килтергәндәре, яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйемә, уҡыуға, белем алыуға этәргес биргәне өсөн класс етәксем һәм математика уҡытыусыһы Рим Әхтәри улы Насыровҡа, миндә милли рух сатҡылары һалған өсөн мәктәбебеҙ директоры Камил Сиражетдиновҡа ҙур рәхмәтлемен, – ти Ғәлинур Зиннур улы.
Ошондай һоҡланғыс яҙмышлы кеше үҙенең 70 йәшен артылды. Райондың барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре исеменән хөрмәтле ветераныбыҙҙы педагогтарҙың төп баҫмаһы булған “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы аша ихлас ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Р.Ғ. СОЛТАНМОРАТОВ,
Ғафури районының мәғариф бүлеге начальнигы

Читайте нас: