Донъяға билдәле Илмән ҡурсаулығы ла ана ҡул һуҙымында ғына ята. Был – аҫыл шағирә Кәтибә Кинйәбулатова иле. «Минең тыуған яғым – күлдәр лабиринты», – тип бик дөрөҫ атағайны ул бер әңгәмәһендә.
Беҙ яңыраҡ ҡына Арғужа, Сеңгерәй йылғаһын барып күргәйнек, ә әле бына Еловое, – тәбиғи ҡомартҡы – «Йылы күл» буйыда баҫып торабыҙ.
Еловое – Йылы күл – халҡыбыҙ биргән исем. Уның исеме лә есеменә тап килә. Сөнки күлдең һыуы – йомшаҡ, йылы, шифалы. Картаға баҡһаң, Йылыгүл тирәләй санаторийҙар, ял базалары һәм балалар лагерҙары – һауыҡтырғыстар – һаулыҡ йорттары ҡорт күселәй һырып алған. Был хәл йәнә ата-бабалар белеп ҡушҡан «шифалы күл» тигән ысынбарлыҡты иҫбатлай.
«Тыуған илгә ни етә – ҡәҙерен белгән кешегә», – тиҙәр беҙҙең яҡта. Насип иткәс, йән-тән яҙып турист һуҡмағында күлдәр лабиринтын иңләйбеҙ. Йылыгүлдең йәндәй нурлы һыуына ҡойоноп, хозур тәбиғәте менән танышып, һыйлы еребеҙҙә һыйланып, уның мең дә бер шафаһын тойоп ҡайттыҡ.
Ҡамса МОРТАЗИН.