Краеведение
31 Июля 2025, 08:37

Беҙҙең календарь. Ә.Ә. Юлдашев

Ә.Ә. ЮЛДАШЕВ (1920 – 1988) Төрки телдәр белгесе, күренекле ғалим Әхнәф Әхмәт улы Юлдашбаев 1920 йылдың 30 июлендә Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Туймазы районы) Кәлшәле ауылында донъяға килгән.  

1938 – 1942 йыларҙа Баймаҡ районының Түбә урта мәктәбендә немец теле уҡыта. 1942 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында була. Һуғыштан һуң ситтән тороп Куйбышев педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлай. Шул уҡ 1947 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетына аспирантураға ҡабул ителә. Ул бында төркиәтсе профессор Н.К. Дмитриев етәкселегендә әҙерлек үтә һәм 1950 йылда «Типтәрҙәр теле» тигән темаға башҡорт диалектологтарынан тәүгеләр рәтендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының төрки телдәр бүлегенә (һуңынан төрки һәм монгол телдәре бүлеге) ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырыла. 1966 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1967 йылдан профессор.

Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Ә.Ә. Юлдашев төрки телдәр, шул иҫәптән башҡорт теле үҫешенә ҡағылышлы 120-нән ашыу ғилми хеҙмәттең авторы булып тора. Уның монографияларында һәм мәҡәләләрендә башҡорт әҙәби теленең формалашыу тарихы, башҡорт теленең лексикаһы һәм грамматикаһы, орфоэпияһы һәм орфографияһы проблемалары, башҡорт һөйләштәрен классификациялау мәсьәләләре яҡтыртыла.

1970 йылда Ә.Ә. Юлдашевҡа «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас