Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
8 Сентябрь 2025, 10:10

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡаш ҡарлы булыр. Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары
Сентябрь айына халыҡ һынамыштары

Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкселәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр.

Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.

Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә – ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә – ҡыш оҙон булыр.

Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.

 

Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:

1 сентябрҙә ниндәй һауа торошо һаҡланһа – көҙ шундай булыр.

2 сентябрҙә ел көньяҡтан иҫһә көн – йылыға, көнсығыштан – эҫелеккә, көнбағыштан – ямғырға, төньяҡтан – ҡоролоҡҡа тартыр.

3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә – әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер.

4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.

5 сентябрҙә кисен томан төшһә – көндәр йылы торор.

6 сентябрҙә яуған ямғыр ҡоро көҙгә һәм киләһе йылға муллыҡ юрай.

7 сентябрҙә төштән һуң ямғыр яуһа – ул оҙайлы булыр.

8 сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.

9 сентябрҙә күк йөҙөндә яңы болоттар күренһә – ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуып үтер.

10 сентябрҙә үрмәкселәр күп күренһә – ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булыр.

11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә – ҡыш иртә килер.

12 сентябрҙә үрмәкселәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.

13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.

14 сентябрҙә ҡояш ҡыҙарып байыһа – көндәр һыуытыр.

15 сентябрҙә кисен ел көсәйеп, йүнәлешен үҙгәртһә – көндәр боҙолор.

16 сентябрҙә иртән томан төшһә – ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.

17 сентябрҙә иртән ямғыр яуһа – төшкә ҡарай туҡтар.

18 сентябрҙә урманда миләш әҙ икән – октябрь ҡоро, күп булһа – яуымлы килер.

19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә – ҡыш ҡарлы булыр.

20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.

21 сентябрҙә ҡуяндар тунын алмаштыра башлаһа – тиҙҙән ҡыш етә тигән һүҙ.

22 сентябрҙә серәкәйҙәр күренһә – ҡыш йылы килер.

23 сентябрҙә бәшмәктәр күп булһа – ҡар аҙ булыр һәм киреһенсә.

24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә – ҡыш һыуыҡ булыр.

25 сентябрҙә ел тынмай иҫһә һәм йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртһә – ямғырҙар килер.

26 сентябрҙә көнсығыштан иҫкән ел көнбайышҡа әйләнһә – ямғырҙар килер.

27 сентбярҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә – көндәр боҙола.

28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.

29 сентябрҙә йылы яҡҡа китмәгән сыйырсыҡтарҙы күрһәгеҙ – октябрь йылы килер.

30 сентябрҙә торналар осһа – урыҫтарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.

 

Сентябрь айына халыҡ һынамыштары
Сентябрь айына халыҡ һынамыштары
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас