Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
10 Октябрь 2025, 23:31

Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыусы шәхестәрҙе ҡотлайбыҙ!

  • Андрей Стариков - Башҡортостан Республикаһының инфраструктура һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу фондының генераль директоры - Башҡортостан Республикаһының « Көрәш һарайы» спорт әҙерлеге үҙәгенең архитектураһы өсөн;
  • Әмир Мәжитов - Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы һәм Йәлил Сөләймәнов - Өфө сәнғәт училищеһы (колледжы) уҡытыусыһы – «Ер Хәтере. Урал көсө »һынлы сәнғәт әҫәрҙәре серияһы өсөн.
  • Айгиз Баймөхәмәтов - Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе - «Мин ҡош булып ҡайтырмын»повестар йыйынтығы өсөн;
  • Сулпан Асҡарова - Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш режиссеры - «Салауат вариҫтары» театрлаштырылған әҫәре өсөн. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Яңы ижади проекттар теләйбеҙ!

Фото:com

Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар
Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар
Мәртәбәле премияға лайыҡ булыусылар
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас