Бөтәһе 12-15 йәшлек 120 бала ҡатнашты. Бында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм призёрҙары, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм фестивалдәрендә ҡатнашыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада төбәк-ара полилингваль олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары башҡа предмет олимпиадалары йыйылғайны.
Бында уҡыусылар тел мөхитенә сумды, республиканың төрлө мөйөштәренән һәләтле тиҫтерҙәре менән танышты. Ошо биш көн эсендә бик күп мәғлүмәттәргә эйә булды. Һәр көн иһә билдәләнгән дә ине: урыҫ, башҡорт, инглиз, туған телдәр һәм дуҫлыҡ көнө. Шулай уҡ осрашыуҙарға ла бик бай булды. Максим Анатольевич Беляев тиҫтерҙәрең менән аралашырға, нисек уртаҡ тел табырға өйрәтте. 2-се СМАРТ полилингваль мәктәбенең урыҫ теле уҡытыусыһы Ләйсән Таһир ҡыҙы Низамова урыҫ теле буйынса «Белем утрауы» квесы бик мауыҡтырғыс үтте. Яҙыусы, тәржемәсе Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева әҫәрҙәренең яҙылыу тарихын бәйән итте. Уҡыусыларға ижад серҙәрен өйрәтте. Шулай уҡ билдәле яҙыусы Юрий Анатольевич Татаренко текстың мөһим өлөшөн аңларға, әҙәби китаптар уҡырға кәңәш бирҙе. «Тыуған яҡты яҡшы белеүселәр» турнирында уҡыусылар белемдәрен һәм команда менән эшләү белеү һәләттәрен күрһәтте. Был көндө илһөйәр һәм телһөйәр уҡыусылар «Әлләсе» уйынын уйнаны, әҙәбиәт, тарих, мәҙәниәт буйынса белемдәрен иҫкә төшөрҙө. Тел байлығын, хәтер һәм зирәклек талап иткән мауыҡтырғыс уйында уҡыусылар ал бирмәне.
«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле оркестрының артисы Мирас Үҙәнбаев һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Мостай Кәрим исемендәге Башҡорт дәүләт йәштәр драма театры актёры, режиссёр Лоҡманов Илнур Флүр улы балаларға аҡтерлыҡ, музыкаль инструменттарҙа уйнау оҫталығы буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Билдәле йырсы Илгиз Абдрахмановтың күңелле йырҙарын бергә йырлап кинәнде.
Өфө фән һәм технологиялар студенты Аджит Даршан «Минең мауыҡтырғыс илем» тип үҙенең Һиндостан иленә сәйәхәт яһаны.
Бай йөкмәткеле полилингваль слёт бар ҡатнашыусыларға рух байлығы, дәрт-сәм, юғары кәйеф бүләк итте.