Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
16 Ноябрь 2025, 10:39

Тамъяндарҙың оло ҡоро!

2025 йылдың 15 ноябрендә Өфөлә, «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә, Тамъян ырыуы форумы үтте. Халыҡ оҫталары тарафынан әҙерләнгән бай күргәҙмә ҡаршы алды. Боронғо йола буйынса аҡ кейеҙгә баҫтырып, ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙылар. Сарала Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Миәкә, Көйөргәҙе, Мәләүез, Саҡмағош, Шаран райондарында йәшәгән тамъяндар алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән ине.

Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!

Ырыуҙаштарҙы ҡор башы – Рөстәм Исхаҡов сәләмләне.
Журналист Самат Фәйзуллин дүрт йыл буйы көсөргәнешле ижад итеп фәнни ерлектә яҙған «Әбйәлил тамъяндары» китабының презентацияһы үтте. Бында күптәр үҙҙәрен, туғандарын күреп ҡыуанды. Шулай уҡ Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендә Тамъяндар тураһында фильм күрһәтелде. Ырымбур өлкәһенең Әсекәй һәм Татарстандың Миңзәлә райондарында ла тамъян ырыуы вәкилдәре йәшәүе асыҡланды.
Артабан Тамъян ырыуының көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү, киләсәккә пландар барланды.

 Сара Тамъян ырыуының үҙешмәкәр һәм билдәле артистарҙың концерты менән тамамланды.

Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Тамъяндарҙың оло ҡоро!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас