Рәүеф Хәй улы Насиров 1935 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР- Учалы районы Ҡужай ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Мейәс автомобиль заводында эшләй, өс йыл әрмелә хеҙмәт итә. Свердловск ҡалаһындағы Урал дәүләт университетын тамамлай.
Башҡортостандың район һәм республика матбуғатында эшләй. Учалы, Белорет райондары гәзиттәрендә хәбәрсе, мөхәррир була. 1982 йылдан — «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары, аҙаҡтан «Ватандаш» һәм «Ағиҙел» журналдарында публицистика бүлеге мөхәррире.
Учалы ҡалаһында ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Фото: Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей