Н.В. Зотов Дала, 1-се, 2-се, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы йән аямай һуғыша. Пулемет расчеты командиры һәм уның һуғышсылары Ингулец, Буг, Днепр, Висла йылғаларын аша сыҡҡанда пехотаға әүҙем ярҙам күрһәтә. Яугир һуғыш тарихында киң билдәле Сандомир плацдармында гитлерсыларҙы йән асыуынан туҡмай, Европаның күп илдәрен һуғышып үтә, Одер, Нейсе, Шпрее, Эльба йылғаларын дошман менән һуғышып кисә, Бөйөк Еңеүҙе Влтава ярында ҡаршылай. Дошман менән алышта күрһәткән батырлығы өсөн Виктор Никифорович I, II һәм III дәрәжә Дан ордендары, шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бер нисә миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң гвардия өлкән сержанты В.Н. Зотов Мәскәүҙә хәрби-сәйәси училищеға уҡырға инә, уны тамамлағандан һуң рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1956 йылда В.Н. Зотов Баҡалыға ҡайта. Күп тә үтмәй Октябрьский ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире уны педагогик хеҙмәткә саҡыра. Тәүҙә ул ҡаланың 8-се мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эшләй, Башҡорт дәүләт университетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә, тарих уҡытыусыһы дипломына эйә була. 1960 йылда Октябрьский ҡалаһының 8-се мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Бында ул уҡытыу оҫтаханаһы төҙөүгә, мәктәптең тәжрибә участкаһы булдырыуға һәм уның файҙалы эштәрен ойоштороуға ҙур иғтибар бирә. 8-се мәктәп коллективын алдынғылар сафына сығарғас, талантлы педагог һәм тәжрибәле етәксе В. Н. Зотов ҡаланың 6-сы урта мәктәбе эшен яйға һалыу өсөн директор итеп күсерелә. Был мәктәп тә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡытыу-тәрбиә эшендә матур уңыштарға ирешә.
1980 –1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 43-сө һәм 46-сы урта мәктәптәре директоры булып эшләгәндә В.Н. Зотовтың педагогик таланты, ойоштороусы һәм етәксе оҫталығы айырыуса асыҡ күренә. Ул уҡытыусылар коллективының тынғыһыҙ етәксеһе, уны ижади эштәргә рухландырыусыһы, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусы балаларҙың һәйбәт эштәре инициаторы булып таныла.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә һәм мәктәп коллективтарына етәкселек итеүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн педагог 1976 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, 1982 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған укытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Фото: com