Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.