Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
3 Ғинуар , 19:33

«Толоп байрамы»

Бөгөн Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының «Турахан» визит үҙәгендә «Толоп байрамы» үтте. Беренсе тапҡыр ойошторолған сараға һандыҡ төбөнән толоптарын сығарып кейеп килеүселәр аруҡ күп булған. Улар толоп кейеп, саңғыла ярышты, милли уйындарҙа ҡатнашты һәм тәмле былау, эҫе сәй менән һыйланған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә менән күңелле һәм файҙалы ял итеп ҡайтҡан.

«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»

Был фестивалдең төп маҡсаты - атай-әсәйҙәрҙең, олатайҙарҙың йылы ҡышҡы кейемен һандыҡтарҙан сығарыу һәм киләсәктә музейға ҡомартҡылар туплау, тип билдәләй Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин. Толоп байрамы оҙон ғүмерле булыр, тип ышанабыҙ.

 Фото: Олег Яровиков. Сығанаҡ: «Башҡорт донъяһы».

«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
«Толоп байрамы»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас