Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
17 Ғинуар , 00:02

Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә «Ашҡаҙар» гәзитенең 35 йәшенә арналған Матбуғат байрамы үтте. 1990 йылдың ғинуарынан «Стерлитамакский рабочий» гәзите ҡушымтаһы булараҡ, «Стәрле таңдары» исеме аҫтында нәшер ителә башлай, декабрҙән алып үҙ «Ашҡаҙар» исемен йөрөткән үҙ аллы баҫма. Ҡаланың ғына түгел, эргәләге райондарҙың да яратҡан гәзитенә әүерелә ул. Матур рухи байрам күргәҙмәнән башланды. Гәзиттең элекке төпләнмәләре, шул заман фотоаппараттары һәм Махсус хәрби операцияны яҡтыртҡан мәҡәләләр урын алғайны. Юбилей менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов,  Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина , Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина, мәғариф учреждениелары вәкилдәре, республиканың көньяғындағы коллегалары ҡотланы.

Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!

Юбилей кисәһендә гәзитте уҡымлы иткән, көнүҙәк мәсьәләрҙе яҡтыртҡан хәбәрселәргә Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Редакция коллективы ла бүләкләнде. Әлеге ваҡытта мөхәррир Рәмил Ғәбдерәшит улы Мансуров етәкләгән татыу коллективта хәбәрселәр Роза Сафина, Римма Ғәлимова, Әлфиә Мансурова, Гөлкәй Ҡыуатова һәм башҡалар эшләй.

Әйткәндәй, баҫма гәзит уҡыусылары менән төрлө проекттар, конкурстар уҙғара. Байрамда улар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Гәзит үҙе лә йыл да республикала уҙғарылған конкурстар еңеүсеһе булып тора.

2026 йылға «Ашҡаҙар» гәзитенә әүҙем яҙылыусы ойошмалар билдәләнде. «Ҡайынҡай» шифаханаһына 23-сө күп профилле полилингваль мәктәп директоры урынбаҫары Гөлнар Ғималоваға һәм 62-се «Толпар» балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Собханғоловаға юлламаны санаторий-профилакторий директоры Олег Гәрәев үҙе бүләкләне. Был көндө милли кейемдә килгән тамашасылар иһә бер йыллыҡ подписка һәм «Алтын ай» этно-оҫтаханаһынан милли түбәтәй тегеүгә сертификат алып һөйөндө.

Гәзитте ойоштороу башланғысында Әлфиә Дилманова, Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин, Фаяз Йомағужин тора. Төрлө йылдарҙа унда Әҡсән Хәлилов, Кәрим Булат, Илдар Ҡунаҡбаев, Нәсимә Собханғолова, Римма Баймырҙина, Рим Ғәббәсов, Рөстәм Хәлимов, Эльдар Фәттәхов һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.

Байрамды артистар  Ғәзим Ильясов, Артур Туҡтағолов, ZAINETDIN,  Ян Лира, Зилә Лира, Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы Айгиз Уйылданов,  «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, Бейеү театры, «Торатау» өлгөлө балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле  биҙәне. Өс сәғәттән ашыу барған тамаша бер тынала үтеп китте.

Юбилейың менән, «Ашҡаҙар»! Халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, көнүҙәк мәсьәләрен яҡтыртып тороусы данлы гәзиттең тиражы тағы ла артыуын, яңы проект һәм идеяларға ижади ҡомарығыҙ балҡып тороуын теләйбеҙ!

 Фото: com

Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Юбилейың менән «Ашҡаҙар»!
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас