Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
14 Февраль , 15:18

Халҡыбыҙ ғорурлығы

Легендар шәхес Таһир Тайып улының бөгөн тыуған көнө. Йыл һайын нәҡ уның тыуған көнөндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында урынлашҡан Таһир Күсимов исемендәге гимназияла байрам сараһы үтә. Был көндә уҡыуҙа һәм йәмәғәт эшендә алдынғы уҡыусылар, әүҙем кластар билдәләнелә. Быйыл  Салауат Таһир улы Күсимов атаһының исеменә булдырған стипендияға 11 класс уҡыусыһы, бөтә стиль каратэ буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, спорт мастерлығына кандидат булған Салауат Хәйбуллин эйә булды.

Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы

Гимназия директоры премияһын 8 класс уҡыусыһы Илгизәр Дауытовҡа тапшырылды. Был гимназия асылған алып белем биргән, рухлы уҡытыусылар Фәриҙә Зиннур ҡыҙы менән Рәйсә Байегетова исеменә балалары булдырған стипендияға лайыҡ булыусылар ҙа билдәләнде.

 Гимназия көнөндә ошо уҡыу йортон тамамлаған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атай-әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы һәм Айсар Әнүәр улы ойошторған премияны иң яҡшы шайморатовсы 8-се класс уҡыусыһы Рияна Ҡаһарманова менән 11-се класс уҡыусыһы Динар Камилов танылды.

Байрамда иң гимназияла һәм районда әүҙем уҡыусылар, спортсылар, кадеттар, шайморатовсылар, йәш армеецтар исемдәре яңғыраны, уларҙың ҡаҙаныштары грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Шулай уҡ иң әүҙем һәм грамоталы кластар ҙа бүләкләнде.

Сараны Фәнил Ноғаманова етәкселегендәге «Талисман» вокаль ансамбле менән «Йондоҙ»  (етәксеһе Гөлназ Ғәбитова) бейеү ансамбле үҙенең талантлы сығыштары менән биҙәне.

Таһир Күсимов исемендәге гимназия — уҡыусыларҙың белем алыуында һәм тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Гимназия көндәре, ғәҙәттә, төрлө саралар, конкурстар, концерттар һәм фәнни конференциялар менән уҙғарыла. Бындай мәҙәни һәм белем биреү ваҡиғалары гимназияның традицияларын, тарихын һәм уның шәхестәрен иҫкә алыу өсөн мөһим. Гимназия көндәре уҡыусыларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә, ижади проекттарҙа ҡатнашырға һәм бер-береһе менән аралашырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ был саралар уҡыусыларҙың берҙәмлеген нығыта, белем алыу мөхитен камиллаштыра. Байрамың менән, гимназия!

Фото: Диана Гадельшина

Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Халҡыбыҙ ғорурлығы
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас