Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
28 Март , 08:07

Өфөлә яңы урамға Факиһа Туғыҙбаева исеме бирелә

Баш ҡала Советы депутаттары Өфөләге урамдарҙың береһенә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Яңы исемде «8 март» биҫтәһендәге урам йөрөтәсәк! 

Өфөлә яңы урамға Факиһа Туғыҙбаева исеме бирелә
Өфөлә яңы урамға Факиһа Туғыҙбаева исеме бирелә

Факиһа Туғыҙбаева — 25-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ, тиҫтәләгән балалар китабы авторы, «Аҡбуҙат» журналына нигеҙ һалыусы һәм уның баш мөхәррире. Талантлы шағирә 2021 йылда арабыҙҙан китһә лә, әҫәрҙәре һәм эшмәкәрлеге халыҡ күңелендә һаҡлана. Уның исемен мәңгеләштереү — башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә оло ихтирам билдәһе! 

Сығанаҡ: «Сәләм» телеканалы

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас