

Ижад байрамында Силәбе өлкәһенән, ут күршеләр – Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан ҡәҙерле ҡунаҡтар ҡатнашты.
«Түңәрәк өҫтәл» уртаһында аҫыл шәхес – «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, фольклорсы, сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина булды.
Сараның икенсе өлөшө конференц-залда байрам төҫ алып дауам итһә, китап яҙмышын үҙ иңенә алып хеҙмәт иткән яҙыусыларҙы ла тәбрикләне зал.
Силәбе башҡорттары ҡорбашы Амур Ғәбиҙулла улы Хәбибуллин йыйынды тәбрикләп, милли хәрәкәт һәм эш пландары менән таныштырҙы. «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмә ағзаларына Мәҙәниәт министрлығының һәм Силәбе өлкә Рәсәй халыҡтарының ассоциацияһы Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Китапхана фондын байытып Резида Рәшит ҡыҙына дәреслектәр бүләк итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллин актер һәм йырсы Азамат Усмановҡа «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын һәм милли биҙәүстәр оҫтаһы Йәмилә Хисмәтоваға Почет грамотаһын, ә инде ошо төбәк-ара «Атайсал» проект авторы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, юбиляр, шағирә Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы Хәкимоваға Әбйәлил район хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Силәбеләр исеменән ғалим һәм яҙыусы Рәшит Шәүкәт улы Хәкимов менән Арғаяш районының Ҡорман ауыл китапханасыһы Венера Хикмәт ҡыҙы Юлбаева, Әбйәлил районы ҡәләмдәштәре исеменән шағирә һәм журналист Гөлнара Нурғәлина сығыш яһап юбилярҙы ихлас ҡотланы.
«Аҡ ҡауырһын» сафы тығыҙ: бында Яйыҡбикә менән Ғилмиә сәсән, артист һәм йырсы Азамат Усманов, бейеүсе һәм шағирә Йәмилә Хисмәтова, аҫыл шағирә һәм прозаик Рәшиҙә Рәис, хеҙмәт ветераны Нәзилә Асылбаева. Улар бүләккә «Ҡурай моңо мәңге тынмаһын» исемле йыйынтыҡ әҙерләгәйне. Әҙәби берекмәнең талымһыҙ етәксеһе Сәфинә Хәкимова үҙе өлгө күрһәтеп, «Атай йорто» тип исемләнгән яңы хикәйәләр китабын ҡунаҡтарға бүләк итте.
Был күркәм ижад һәм китап байрамында төбәктә сәсәндәр ижадын үҫтереү һәм артабан да берҙәм эшләү юлдары тураһында эшлекле һүҙ барҙы.
Ҡамса МОРТАЗИН.