Торошо ниндәй?
Белгестәр фекеренсә, һәйкәлдең хәле борсолорлоҡ. Бының төп сәбәбе — материалдың сифатына бәйле. Монумент суйындан ҡойолған, әммә 1960-сы йылдарҙа, уны эшләгән осорҙа, төҫлө металдарҙың күп өлөшө йыһанды үҙләштереү программаһына йүнәлтелгән була. Шуға күрә суйынға артыҡ күп шлак ҡушылған. Бынан тыш, 1967 йылда күсереп ултыртҡанда уҡ ҡайһы бер өлөштәре һынып төшкән, уларҙы латунь менән иретеп йәбештерергә тура килгән.
Эш барышы
Реставраторҙар иҫке буяуҙы механик һәм химик ысулдар менән ипләп кенә ала, төп нөсхәне тергеҙә. Эш барышын РФ Художество академияһы белгестәре күҙәтә, улар профессиональ ярҙам күрһәтә.
Яңынан асылыуы ҡасан?
Салауат Юлаев һәйкәлен реставрацияланғандан һуң 2027 йылдың көҙөндә — монументтың 60 йыллыҡ юбилейына — урынына кире ҡайтарырға планлаштыралар.
Сығанаҡ: "Сәләм" телеканалы
Фото: Башинформ