Краеведение
3 Апреля , 03:21

«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»

Стәрлетамаҡта күренекле дәүләт эшмәкәре исеме мәңгеләштерелде. Күптән түгел Стәрлетамаҡ халҡы тарихи ваҡиғаға шаһит булды. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бинаһында күренекле дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың автономияһын, уның сәйәси һәм иҡтисади мәнфәғәттәрен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен яҡлаусы,Башҡорттарҙы партия һәм совет эшенә йәлеп итеү өсөн көрәшеүсе шәхестәрҙең береһе Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешевтың тыуыуына 130 йыл айҡанлы, уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»

Мемориаль таҡтаташты асыу урыны осраҡлы ғына һайланмаған. 1919 йылдың авгусында Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан хәрби-революцион комитеты — Рәсәй составында беренсе Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы хөкүмәте килә. Бында тәүге милли театр тыуған, ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡорт телендә тәүге ваҡытлы баҫмалар сыға башлаған, тәүге власть институттары эшләй башланы. Был бинала 1919 йылдан 1922 йылға тиклем тәүге Башҡорт хөкүмәте эшләгән, уның ағзаларының береһе Әхмәҙулла Әлмөхәмәт улы Бейешев та булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әхмәҙулла Бейешев 1937 йылдың 20 июнендә Советтарға ҡаршы милли ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм репрессиялана. 27 сентябрҙә СССР Юғары Советының хәрби коллегияһы ҡарарына ярашлы үлем язаһына хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары шул көндә үк атҡарыла. 1937 йылдың 27 сентябрендә атып үлтерелә. Уның ерләнгән урыны — Мәскәү, Дон зыяраты. Ул 1957 йылдың 31 октябрендә аҡлана.
Таҡтаташты асыу сараһына Әхмәҙулла Бейешевтың ейәне Юрий Михайлович Бейешев үҙе килде

Сығанаҡ: Ҡоролтай.

«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
«Ғүмер буйы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙергә хыялландым»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас