Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
7 Апрель , 01:16

Апрель айына халыҡ һынамыштары

Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр. Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер. Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр. Апрелдең яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә. Апрелдә көндөҙ эҫе, төндә һыуыҡ булыуы – йылы йәйгә. Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Апрель айына халыҡ һынамыштары
Апрель айына халыҡ һынамыштары

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә — һалҡын яҙға.
Апрель ямғырлы булһа, бәшмәк уңыр.Апрелдең һуңғы ун көнөндә ямғыр яуһа, уңыш мул булыр.

Апрелдә ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

Апрелдә ҡарлуғастар килмәһә, һалҡын яҙға.

1 апрелдә көн торошо ниндәй, октябрҙең беренсе көнө лә шундай булыр.

12 апрелдә бәпембә сәскә атһа, йәй ҡыҫҡа булыр.

15 апрелдә йылғалар боҙҙарынан ташып аҡһа, бесән мул булыр.

24 апрелгә тиклем ҡар һыуҙары ағып бөтмәһә, тимәк, яҙ һуң килә.

 

Фото: com

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас