Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
7 Апрель , 10:29

Башҡорт милли кейеме патент алды!

Роспатент Башҡортостандың яңы төбәк брендын - «Башҡорт милли кейемдәре» географик күрһәтмәһен теркәгән. Был турала Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Башҡорт милли кейеме патент алды!
Башҡорт милли кейеме патент алды!

Бөгөн Башҡортостанда 11 бренд бар, ошо йүнәлештә эш дауам итә. Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, төбәк бренды – республиканың визит карточкаһы, шулай уҡ илдең иҡтисади үҫешенең ҡеүәтле ҡоралы. Брендтарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй.

Сығанаҡ: «Ашҡаҙар» радиоһы.

Фото: com

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас