Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
7 Апрель , 00:51

Тәбиғәт уяна. Тәүге сәскәләр ҙә ҡалҡа башланы

Торатау битләүендә аҡ умырзаялар сәскә ата башланы. Яҙғы сәскәләр тирә-яҡҡа нур сәсәләр! Һеҙгә күренекле шағирә Гөлфиә Юнысованың шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Умырзая. Яҙ килеүен хәбәр итеп Ҡар аҫтынан ҡалҡам мин Битләүҙәрҙә һары –көрән Йә аҡ сәскә атам мин.    

Тәбиғәт уяна. Тәүге сәскәләр ҙә ҡалҡа башланы
Тәбиғәт уяна. Тәүге сәскәләр ҙә ҡалҡа башланы

Ғүмерем бик аҙ
булһа ла

Үткәрмәйем мин
зая

Туң ергә йәшәү биреүсе

Сәскә мин
–умырзая.

 

Был сәскәләрҙе "Торатау" геопарканың экскурсиялар ойоштороусы Ирина Захарова ебәргән. Башҡортостандың матур ерҙәренә рәхим итегеҙ!

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас