Краеведение
8 Апреля , 17:23

«Татыу ғаилә - ил күрке»

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт  гимназияһында «Ҙур һәм татыу ғаилә йылына» арналған «Татыу ғаилә - ил күрке» тип аталған сара ойошторолдо. Был сарала I«А» класынан Аҡсуриндар,I «Б» класынан Хановтар, II «В» класынан Рәхмәтуллиндар ғаиләләре ҡатнашты. Конкурсанттар бәйгелә үҙҙәренең ғаиләләре менән таныштырҙы. Был матур байрамда хеҙмәттәшебеҙ, журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе Тимур Зиннур улы Рәхмәтуллин ғаиләһе менән ҡатнашты. «Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре» конкурсына Рәхмәтуллиндар Бөйөк Ватан һуғышында йөрөп ҡайтҡан ҡартаталарының боронғо түбәтәйен һәм Мөжәүир хәҙрәт яҙған үткәрмә тураһында һөйләне. Был ҡомартҡыларға 100 йылдан ашыу йәш. Беҙҙең коллегабыҙ  Рәхмәтуллиндар «Ижади ғаилә» номинацияһында еңеү яуланы. Тимур Зиннур улы кәләше шағирә Зөһрә Тимас ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Артабан да илһам ҡанаттарығыҙға фәрештәләр ҡунып торһон, ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен

«Татыу ғаилә - ил күрке»«Татыу ғаилә - ил күрке»
«Татыу ғаилә - ил күрке»

Байрамда ҡатнашҡан Хановтар башҡортса һөйләшкән, йырлаған уйынсыҡтар менән таныштырҙы. Ҡурсаҡтар ҡыҙҙары Алтынай тауышы менән һөйләшә. Был ғаиләнең уртаҡ шөғөлө. Аҡсуриндар сәйәхәт итергә яраталар икән.Улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй һәм сит илдәрҙә лә башҡорт халҡы, теле, мәҙәниәте менән таныштырып йөрөйҙәр.Һәр ғаилә балаларының һәләттәрен үҫтереүгә иғтибар бүлә. Тап байрамда барыһы ла  сағыу тамаша ҡараны.


«Ғаилә ижады» конкурсында Аҡсурина Эмилия «Бәхет өсөн»,
Алтынай Ханова «Самауыр» йырын башҡарҙы. Ә Зөһрә Тимас ҡыҙы Рәхмәтулллина иптәше Тимур Зиннур улының ҡурай моңона ҡушылып башҡорт халыҡ йыры «Хан ҡыҙын» бүләк итте.
Байрамды «Уңыш» конкурсы еңеүселәре Кабиров Аяз менән Валин Тамирлан дәртле бейеүҙәре, моңло йырҙары менән биҙәне.
Конкурста ҡатнашыусылар барыһы ла төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.
«Сәйәхәтсе ғаилә»-Аҡсуриндар
«Ижади ғаилә»-Рәхмәтуллиндар
«Оҫта ҡуллы ғаилә»-Хановтар.

Матур башҡорт ғаиләләренең барыһына ла именлек теләйбеҙ!

«Татыу ғаилә - ил күрке»
«Татыу ғаилә - ил күрке»
«Татыу ғаилә - ил күрке»
«Татыу ғаилә - ил күрке»
«Татыу ғаилә - ил күрке»
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас