Краеведение
13 Апреля , 12:02

Таныш булығыҙ. Яңы ансамбль — «Бәндәбикә»

«Бәндәбикә»ансамбленең тәүге концерты үтте. Сара Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының төбәк бүлексәһе һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте командалары менән ойошторолдо.  Матур байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналды.

Таныш булығыҙ. Яңы ансамбль — «Бәндәбикә»Таныш булығыҙ. Яңы ансамбль — «Бәндәбикә»
Таныш булығыҙ. Яңы ансамбль — «Бәндәбикә»

«Бәндәбикә»  талантлы һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙ-йәмәғәтселәрҙе берләштергән үҙенсәлекле проект. Ансамблгә бар яҡтан һәләтле һәм төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡатын-ҡыҙҙар Гөлназ Әбелғужина, Гөлсирә Ғәбсадирова, Айгүзәл Ғайнанова, Гөлфиә Ғайсина, Айгөл Заһирова, Айгөл Сәғитова, Нәсимә Собханғолова, Илүзә Яҡшыбаева, Ирена Ҡолһарина, Миңьямал Йәнбулатоваларҙан тора.  Концертта Рәсәй мәҙәниәттәренең бай төрлөлөгөн күрһәтеп, туған телдәрҙә музыкаль композициялар яңғыраны. Сараны профессиональ артистар ҙа, үҙешмәкәр коллективтар ҙа биҙәне, Тамашасылар концертты яратып ҡараны. «Бәндәбикә»  музыкаль проекттың авторы һәм етәксеһе: «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының БР-һы буйынса филиал етәксеһе, БР-һы Дәүләт Йыйылышы  — Ҡоролтай депутаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәт рәйесе, БР-ҙың  «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» бүлексәһе рәйесе, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина.  

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас