

– Беҙҙә ризыҡтарыбыҙ малсылыҡ нигеҙендә барлыҡҡа килгән, шуға күрә әле лә итле ризыҡтар айырым урын биләп тора. Иттән тултырма, ҡаҙы эшләгәндәр, бишбармаҡ, һалма бешергәндәр, аштан һуң ҡоротлап һурпа эсеү ҙә үҙенә күрә йола булараҡ һаҡланған. «Бишбармаҡ» кулинар студияһында тәүге ҡунағыбыҙ Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина булды. Ул әбйәлилдәрсә бишбармаҡ бешерҙе. Милли ризығыбыҙҙы беҙҙә ҡәҙерле һәм хөрмәтле ҡунаҡтарға әҙерләйҙәр. Туғандаш халыҡтарҙың да бишбармаҡҡа оҡшаш милли ризыҡтары булған кеүек, Башҡортостандың һәр төбәгендә уны төрлөсә табынға бирәләр. Данлыҡлы Әбйәлил бишбармағы менән беҙ ҙә хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ быуындан-быуынға тапшырылып килә. Киләһе осрашыу рус халҡының милли кухняһына арналасаҡ, – тине «Ете ҡыҙ» ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова. Әйткәндәй, Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ҙур бәлеш бешерергә ярата, йома ҡоймағын да ҡойорға онотмай.
Яңы башланғыс аша һәр халыҡтың ризыҡтары менән танышырбыҙ. Ә һеҙҙең өйҙә милли ризыҡ әҙерләнәме?