

2007 йылда әҙәби берекмәнең ҡырҡ биш йыллыҡ юбилей тантанаһы барышында Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Урал Сафиуллин һәм Рәшит Хәкимов фотоға төшкәс, мин уларҙы «Силәбенең өс тағаны», тип, атаным.
«Аргаяшская земля: история и современность», «Десять лет дорогой возрождения», «Красная звезда против полумесяца», «Неизвестная депортация», «Человек во власти, или Три дома Петра Сумина», «Табын ауылы – моя малая родина» кеүек тарихи һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса хеҙмәттәр, «Долгий и длинный путь к свету», «Яҡтылыҡҡа оҙон-оҙаҡ юл» исемле тарихи-биографик повесть, һәм «Япон мулла, или тяжкий путь имама» тигән тарихи роман-тикшеренеү авторы.
Ана шундай аҫыл рухи ҡиммәтәр тыуҙырған абыҙ, туғыҙ йорт хәтлем ҡатлы-ҡатлы хеҙмәттәре алдында хатта мәғрүр Урал ҡаялары үҙҙәре баш эйә.
СССР-ҙың һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Арғаяш районың Почетлы гражданины, Арғаяш район хакимиәтенең Кәтибә Кинйәбулатова исемендә әҙәби премия лауреаты.
Бөгөн ул фән һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәт юлын лайыҡлы дауам итә. Силәбе дәүләт университетының Арғаяш вәкиллеге директоры, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең дан ҡаҙанған иң абруйлы ағзаһы булып ҡала.
Беҙ бөгөн халыҡ уҙаманы менән хаҡлы ғорурланабыҙ, оло юбилей уңайы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм илһамлы ижад миҙгелдәре теләйбеҙ!
Ҡотлауҙар юллап, Ҡамса МОРТАЗИН, Силәбе ҡалаһы.