Краеведение
18 Мая , 05:40

Шәжәрә – башҡорттоң рух ҡото (уҡыусылар менән әңгәмә, V класс)

Г.Р. ВӘЛИУЛЛИНА, Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбе уҡытыусыһы, «Туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2026» республика конкурсы призеры   Маҡсат. Уҡыусыларҙы шәжәрәнең килеп сығышы, уның әһәмиәте менән таныштырыу; халыҡтың үткәненә хөрмәт, туғандарға ихтирам, иғтибар тәрбиәләү; уҡыусыларға рух, рухлы кеше, ҡот һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлатыу; һәр балала үҙ шәжәрәһен төҙөргә теләк уятыу.

Шәжәрә – башҡорттоң рух ҡото (уҡыусылар менән әңгәмә, V класс)Шәжәрә – башҡорттоң рух ҡото (уҡыусылар менән әңгәмә, V класс)
Шәжәрә – башҡорттоң рух ҡото (уҡыусылар менән әңгәмә, V класс)
  1. Ойоштороу. Темаға алып инеү.

– Уҡыусылар, һеҙҙең алдығыҙҙа ағас һүрәте. Уның тамырҙары ниндәй? (Ныҡлы, көслө һ.б.)

– Мин ошо ағастың бер ботағы. (Ағасҡа ботаҡ йәбештерә.)

– Ә мин кемдең балаһы? (Атайым менән әсәйемдең.)

– Ә атайым менән әсәйем кемдең балаһы? (Олатайым менән өләсәйемдең.)

– Бына улар – ағастың олоно (күрһәтә). Ағастың олонон артабан дауам итергә лә итергә була.

– Был япраҡтар – минең балаларым (япраҡтар йәбештерә). Киләсәктә улар артҡандан артасаҡ. Иғтибар менән ҡарағыҙ әле, нимә килеп сыҡты? Был ағас нисек атала? (Уҡыусылар яуаплай.)

– Шулай итеп, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

– Дөрөҫ, әңгәмәбеҙҙең темаһы: «Шәжәрә – башҡорттоң рух ҡото».

– Нисек уйлайһығыҙ, «шәжәрә» һүҙе нимәне аңлата? Ни өсөн беҙҙең ата-бабаларыбыҙ шәжәрәне ағас формаһында төҙөгәндәр? (Яуаптар тыңлана.)

– Әйҙәгеҙ, хәҙер аудиояҙма тыңлап үтәйек, беҙҙе борсоған һорауҙарға яуап­ты ошо яҙманан табырбыҙ.

Аудиотекст: «Ағас тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай. Һәр кеше үҙенең ата-­бабаларын, туғандарын белергә те­йеш. Тамыры ныҡ ағас үҫә, тамырһыҙ ағас ҡорой, тиҙәр халыҡта. Шуға ла беҙ­ҙең олатайҙар ырыу, ҡәбилә, нәҫел-нәсәп, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә яҙа барған. Шәжәрә – ырыу тарихы, быуындар йылъяҙмаһы. «Шәжәрә» ғәрәп телендә «ағас» тигәнде аңлата.

Шулай итеп, шәжәрә ағасының тамыры – үткәнебеҙ, олоно – бөгөнгөбөҙ, ботаҡтары – киләсәгебеҙ.

  1. Төп өлөш.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай «Шәжәрә» шиғырында «Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә...», тип яҙа. Һеҙ был һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Ни өсөн? (Шәжәрә беҙҙең тарихты сағылдыра, быуындар бәйләнешен булдыра, шуның өсөн шәжәрәне белеү кәрәк.)

– Ни өсөн шағир шәжәрәне тәҙрә менән сағыштыра? (Шәжәрәне өйрәнеп, беҙ үткәнебеҙҙе барлайбыҙ.)

– Эйе, ысынлап та, шәжәрәләр ниндәйҙер кимәлдә тарихи документ, яҙма ҡомартҡы булып тора. Шәжәрә – борон-борондан ырыу-араның документы, икенсе төрлө әйткәндә бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы ла булып һаналған, сөнки шәжәрәлә ырыуҙың нәҫелдән-нәҫелгә бирелер ер биләмәһе лә теркәлгән. Ошо яғы менән шәжәрә – тарихи сығанаҡ, ижтимағи сәйәси һәм юридик документ.

– Шәжәрәнең икенсе төрлө атамалары ла бар. Мәҫәлән, уны нәсәбнамә, нәсәпхат, силсилә, тайра тип тә йөрөткәндәр. Был турала ентекләп Рәил Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» тигән китабында танышырға була.

– Ә шәжәрәне төҙөр өсөн, нимәләр белер кәрәк? Күберәк өйрәнергә теләгәндәргә ҡайҙан мәғлүмәт алырға мөмкин? (Архивтан, таныштарҙан һорап, атай-әсәйегеҙҙе белгән оло быуын кешеләренән.)

– Шәжәрәне тик ағас формаһында ғына төҙөп буламы? (Юҡ, схема рәүешендә эшләргә була. Өҫтән аҫҡа йәки аҫтан өҫкә ҡарай ҙа эшләйҙәр.)

– Мәҫәлән, минең шәжәрәм ошолай эшләнгән. (Миҫалға уҡытыусы үҙенең шәжәрәһен күрһәтә.)

– Беҙҙең бөйөк шағирҙарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙ ҙа үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөгәндәр. Бына бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың шәжәрәһенә ҡарағыҙ. (Экранда күрһәтелә.)

– 2025 йылда беҙ яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләп үттек. Бына уның да шәжәрәһе беҙҙең алда. (Я. Хамматов шәжәрәһе күрһәтелә.)

– Шәжәрәне өйрәнеү ни өсөн кәрәк? (Киләсәк быуынға ҡалдырырға, үҙеңдең быуыныңды белергә.)

– Ә ни өсөн быуындарыңды белеү мотлаҡ? (Туғандар араһында ғаилә бәйләнештәре булмаһын өсөн.)

– Ә яҡын туғандар  ғаилә ҡорһа, нимә була? (Физик, психик тайпылышлы балалар тыуыуы ихтимал.)

– Һеҙ бына быйыл тарих фәнен уҡый башланығыҙ. Донъя халыҡтарының килеп сығышын өйрәнәһегеҙ. Һәр халыҡтың үҙ тарихы бар. Беҙ үҙебеҙҙе данлыҡлы Урал батыр тоҡомдары тип әйтә алабыҙ. Һеҙ «Урал батыр» эпосын беләһегеҙме? (Яуаптар.)

Эйе, «Урал батыр» эпосы – барлыҡ рухи ҡиммәттәрҙе туплаған ҡомартҡыбыҙ.

– Балалар, ә нимә ул рух? Нисек аңлайһығыҙ? (Эске кәйеф, эске көс, күңел байлығы, йән.)

– Дөрөҫ, дөйөмләштереп әйткәндә, рух – ул күңел донъяһы. Кешенең тамырҙары ныҡ, күңеле таҙа, матур, ихлас булғанда эске донъяһы үҫә һәм байый.

– Ә рух ҡотон нисек аңлайһығыҙ? (Рух ҡото – йәшәү сығанағы. Шәжәрәһеҙ йәшәү юҡ. Шәжәрәһен, туғандарын белмәгән, яңғыҙ йәшәгән кешенең рух ныҡлығы ла булмай.)

– Экранда нимә күрәһегеҙ? (Ике ағас һүрәте күрһәтелә: береһенең тамырҙары күп, икенсеһенең тамыры бәләкәй генә.)

– Ҡайһы ағас көслө тип уйлайһығыҙ? (Тамырлыһы.)

– Ни өсөн? (Дауыл, ел булғанда ағасты тамырҙары һыныуҙан һаҡлап ҡала.)

– Бына һеҙгә миҫалға тәрән тамырлы шәжәрә. (Таҡтала эленгән шәжәрәне күрһәтә.)

– Әгәр шуның бер сылбыры ғына өҙөлһә, күпме тарих юғаласаҡ. Мәҫәлән, беҙ был шәжәрәнән тыш Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғандарыбыҙҙы, уларҙың ҡаһарманлығын белмәҫ инек. Әгәр беҙ ата-әсәйебеҙҙе генә белеп, башҡа туғандарыбыҙ менән ҡыҙыҡһынмаһаҡ, сылбыр өҙөләсәк. Шулай итеп, ябай халыҡтың шәжәрәһенән ил, милләт тарихы тергеҙелә.

– Мостай Кәримдең «Әлфиә хикәйәләре» циклынан өҙөк тыңлағыҙ әле, уҡыусылар. (Уҡытыусы уҡый.)

Әлфиә ул саҡта бәләкәс ине әле. Әсәһе ҙур көҙгө алдындағы өҫтәлдән ҡыуып төшөргән өсөн бик ныҡ үпкәләне.

– Һеҙ мине гел әрләп кенә тораһығыҙ, мин һеҙҙән китәм, – тине.

– Бар, кит, – тинек беҙ.

– Китәм, – тине. Ботинкаларын алып кейҙе. Ләкин ботинкаларының бауҙарын бәйләй алманы. Бәйләй белмәй ине.

– Бәйләп бирегеҙ, – тине. Әсәһе ботинка бауҙарын бәйләне.

Әлфиә пальтоһын кейергә барҙы. Тик элгескә буйы етмәне.

– Пальтомды бирегеҙ, – тине. Ағаһы пальтоһын алып бирҙе. Өҫтөнә кейеп алғас, ишеккә ынтылды. Тотҡаға үрелде. Тағы буйы етмәне.

– Ишекте асығыҙ! – тине. Мин ишекте астым.

Әлфиә йүгереп урамға сыҡты ла ҡапыл туҡтап ҡалды. Ары ҡараны, бире ҡараны. Аҙаҡ килеп, ҡулын болғай-болғай, минән һораны:

– Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?

– Белмәйем, – тинем мин.

Ишек төбөндә баҫып торҙо-торҙо ла ул кире өйгә инде. Күрәһең, ҡайһы яҡҡа китергә белмәгәндер. Белһә, моғайын, китеп барған булыр ине.

– Һеҙ Әлфиәгә ҡайһы яҡҡа барырға тәҡдим итер инегеҙ? Һул яҡҡамы? Уң яҡҡамы? (Яуаптар.)

– Әйтегеҙ әле, Әлфиә сығып китһә, уның менән нимә булыр ине? (Ул яңғыҙ булыр ине.)

– Ә һеҙҙең яңғыҙлыҡ тойғоһо кисергәнегеҙ бармы? Яңғыҙ булғанда кәйеф нисек була? Бындай хәл булмаһын өсөн нимә эшләр кәрәк? (Туғандар менән аралашырға.)

– Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға тағы бер видеояҙма. (Туғандар бәйләнеше тураһында видео ҡарала.)

– Балалар, туғандар менән аралашырға кәрәкме? Ә ни өсөн?

– Туғандар кем икәнен ҡайҙан белә алабыҙ? (Шәжәрә ағасынан.)

– Эйе, шәжәрә – үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө сағылдырған нәҫел ағасы.

  • Өйгә эш.
  1. Өйҙә ата-бабалар исемдәрен яҙып, тултырырға. (Буш шәжәрә ағасы таратыла.)
  2. Күрһәтелгән сайтҡа инеп, шәжәрә төҙөп ҡарарға. (famiry.ru Сервис для составления генеалогического древа.)

Башҡорт халҡында ағас символик көскә эйә. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә лә был асыҡ сағылыш таба. Мәҫәлән, Ноғман Мусиндың һеҙ юғары кластарҙа танышасаҡ «Һуңғы солоҡ» романында ағас ауа – быуын ҡорой.

Мин һеҙҙең быуынығыҙҙың ҡоромауын, артҡандан-арта барыуын теләйем. (Видеола ағастың үҫкәне күрһәтелә.)

  1. Рефлексия.

– Шулай итеп, нимә ул шәжәрә?

– Шәжәрәлә нимәләр яҙыла?

– Шәжәрә ағасының тамыры нимәне аңлата?

– Бөгөнгө дәрестә мин үҙемде ағас итеп хис итәм. Тамырым – минең белемдәрем, тормош тәжрибәм, ата-бабаларҙан килгән аҡыл. Мин – тыуған еремдең тупрағында, әсәм теленең моңонда тирбәлеп, туған халҡымдың көйөндә үҫкән ағасмын. Ә  ағастың емештәре – һеҙ, минең ҡәҙерле уҡыусыларым. Ошо емештәр үҫеп етһен өсөн, бар күңелемде һалам!

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас