

Был сараға райондың ағинәйҙәр ойошмаһы вәкилдәре, билдәле һүҙ оҫталары, сәсәниәләр – Әбүбәкирова Хәнифә Шәғиғәле ҡыҙы, Садыкова Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы, Баймөхәмәтова Мәүҙиға Нәби ҡыҙы, Нурғәлиева Гөлнара Муллабай ҡыҙы саҡырылды.
Сараның төп биҙәге булып Асҡар ауылының «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең сығышы булды. Тәрбиәселәре Сәитғәлинә А.В. һәм Ғүмәрова Г.Р. етәкселегендә балалар «Урал батыр» ҡобайырын сәхнәләштереп, өҙөк һөйләп, барлыҡ инәйҙәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы хайран ҡалдырҙылар.
Асҡар музыка мәктәбе уҡыусыһы Мөхәмәтғәлин Илдандың (уҡытыусыһы Шәкиров И.Ә.) ҡурайҙа «Перовский» маршын башҡарыуы залға йыйылғандарҙың йөрәктәренә тәрән үтеп инде.
Башҡорт халҡының рухи мираҫы быуындан-быуынға тапшырылып килһен.
Сығанаҡ: Әбйәлил тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы