

Был ваҡыт эсендә ул Нажия Аллаярова, Илдар Абдразаҡов һәм башҡа бик күп билдәле йырсыларҙың остазы.
"...Академик сәнғәт, халыҡ йыры бер ваҡытта ла үлмәйәсәк. Уларҙың ниндәйҙер ваҡытҡа үҫеүҙән туҡтаған мәлдәре булды, әммә барыһы ла кире яйға һалынды. Башҡорт халыҡ йыры ла һис ҡасан өҙөлөп ҡалмаясаҡ. Бындай илаһи моң бер ҡайҙа ла юҡ. Иманым камил: уны өйрәнәсәктәр, үҫтерәсәктәр, күтәрәсәктәр әле. Башҡорт халыҡ йырындағы моң, уй, тәрәнлек быуаттар төпкөлөндә аҙашып ҡалмай, киләсәктә лә күңелдәрҙе юғарылыҡҡа әйҙәп йәшәр", – ти ул.
Миләүшә Ғәли ҡыҙын ғүмер байрамы менән ихлас тәбрикләйбеҙ!
Сығанаҡ: "Ашҡаҙар" радиоһы.