Краеведение
1 Июня , 05:26

Июнь айына һынамыштар

ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР   Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ. Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. Июнь айында ямғырҙан һуң Салауат күпере пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ ваҡыт йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. Ҡарлуғас йәйҙе башлай, һандуғаста йәй тамамлана. Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, ҡояшлы яҡшы һауа торошо буласаҡ.  

Июнь айына һынамыштарИюнь айына һынамыштар
Июнь айына һынамыштар

КӨНДӘРҘЕ ЛӘ КҮҘӘТЕГЕҘ:

 

1, 2 июнь ямғырлы булһа, ай ҡоро килер.
3 июнь ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.
4 июнь көслө томан булһа, йыл уңышлы килә.
6 июнь ысын йәй башлана. Бынан һуң ҡырау төшмәй. Был көндө, ғәҙәәттә, гөлйемеш сәскә ата.
8 июнь балыҡтар һыу өҫтөнә сығып уйнаһа, тиҙ генә ямғыр яумаҫ.
9 июнь урман елһеҙ шаулаһа – ямғырға. Төнгө ысыҡ оҙаҡ кипмәһә – йәшенгә.
10 июнь көн тыныс, елһеҙ булһа – мул уңыш көт.
12 июнь көндө ысыҡ мул төшһә, аяҙ көнгә. Кистән ысыҡ төшмәһә, иртәгә ямғыр яуыр.
13 июнь ямғыр яуһа, ҡыш һыуыҡ килер.
15 июнь һауа торошо матур булһа, сентябрь йылы килер.
16 июнь иртәнге томан һыу өҫтөнә йәйелһә, ҡояшлы көн көтә.
17 июнь ямғыр яуһа, ул ике-өс көнгә һуҙыла.
20 июнь эҫе булһа, арыш уңыр..
26 июнь бал ҡорттары иртәнән эш башлаһа, көндәр матур торор.
27 июнь баҡаларҙың ҡоро ерҙә һикерешеүен күрһәгеҙ, ямғыр көтөгөҙ.
28 июнь – иртәндән ҡыҙҙырһа, кискә йәшенле ямғыр буласаҡ.
30 июнь көн аяҙ булһа, көҙ йылы килә. Ямғыр яуһа, көҙ ҙә ямғырлы була.

 

Фото: com

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас