Краеведение
1 Июня , 08:47

Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?

Спилс_карталарҙы_тиҙлеккә_йыйыу_буйынса_географик_турнирҙың_республика_ЧемпионатыныңТөбәк_этабына Яуымбай мәктәбенең география фәне буйынса көслө, һәләтле уҡыусылары   муниципаль этапта  ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, конкурстың республика этабына сыҡҡайны. Рәсәй картаһын йыйыу буйынса 8-се класс уҡыусыларынан торған командалар араһында 1-се командалағы  Миңзиә Вәлитова, Нурия Хәйбуллина, Заһит Мостафиндар  I урын 2-се командалағы Эльвина Ишбаева, Диана Йәғәфәрова, Дилә Медаевалар, шулай уҡ 5, 6-сы класс уҡыусыларының командаһы Азат Йәмғурсин, Нурдауыт Вәлитов, Мөхәммәт Мырҙағоловтар район командалары араһындағы көсөргәнешле ярышта беренсе урынды яулағайны.

Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?
Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?

Ә инде 4-се класс уҡыусыларынан Вәлитова Гөлнәзирә, Вәлитов Мансур, Ҡарасурин Айтуғандар командаһы Башҡортостан картаһын йыйыу конкурсында 1 - се урын, 8 - класс уҡыусыларынан торған ярышыусылар араһында мәктәптең 1-се командаһындағы Вәлитова Миңзиә, Хәйбуллина Нурия, Мостафин Заһиттар,   2 - се команданы тәшкил иткән Ишбаева Эльвина, Йәғәфәрова Диана, Медаева Диләләр беренсе  урынды, 5-6-сы класс уҡыусыларының командаһындағы Йәмғурсин Азат, Вәлитов Нурдауыт, Мырҙағолов Мөхәммәт 2-се урынды алды.

Яңғыҙ ҡатнашыусылар араһында Хәйбуллина Нурия Рәсәй картаһын, Башҡортостан картаһын йыйып 1-се урынды, Ишбаева Эльвина Башҡортостандың картаһын йыйып, Ҡарасурин Айтуған икенсе урындарҙы алып, ҡыуанышып ҡайтҡайнылар.

Был район кимәлендәге уҡыусыларҙың ҙур уңыштар яулауҙарында уларҙы өйрәтеүсе, Яуымбай мәктәбенең география фәне уҡытыусыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.

Һәм шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ошо ярышҡа әҙерләнеү өсөн  ярҙам итеүсе атай, алдынғы ҡарашлы ауылдың фермеры Хәйбуллин Фәһим Мөхәмәт улы,  мәктәптең элекке директоры, хәстәрлекле атай, бөгөнгө көндәге МХО яугиры Муллағолов Ишморат Марат улы һәм Ғизәтуллин Фаяз Бирғәле улы үҙе мәктәпкә спилс – карталарҙы алып биргәндәр.

Балаларҙың уҡыуына, ҡыҙыҡһыныуына битараф булмаған яуымбайҙарға, уларҙың уҡытыусыларына һоҡланырға ғына ҡала.

Уҡыусылар тәнәфестәрҙә, дәрестәрҙән һуң да ошо карталарҙы йыйып, ваҡыттарын файҙалы үткәреүенең бөгөн юғары һөҙөмтәһен күрәбеҙ.

28 май көнө башҡалабыҙ Өфөлә Спилс - карталарҙы тиҙлеккә йыйыу буйынса географик турнирҙың  Республика Чемпионатының Төбәк этабында районыбыҙҙың  муниципаль этап буйынса конкурс еңеүселәре –  Яуымбай мәктәбе уҡыусылары  ҡатнашып, район намыҫын яҡлап, Рәсәй һәм тыуған төбәк географияһынан белемдәрен  күрһәтте.

Рәсәй картаһын, Башҡортостан картаһын йыйыу буйынса 35 команда араһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәште улар.

Был юғары миссияны районыбыҙҙың Яуымбай мәктәбе уҡыусылары йыйылма командаһындағы 8 класс уҡыусылары Миңзиә Вәлитова, Заһит Мостафин, Нурия Хәйбуллиналар юғары кимәлдә яҡланылар.

Афариндар, уҡыусылар!

Ә инде уҡыусылары менән юғары уңыштарға өлгәшкән Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы география уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллинға ҙурҙан-ҙур Афарин!

Һөҙөмтәләр ошолай:  был конкурста команда Рәсәй картаһын йыйыуҙа 1- се урынды яулаһа, шәхси беренселектә Нурия Хәйбуллина Рәсәй картаһын йыйып, 2-се урын, Башҡортостан картаһын йыйып, 3-сө урын алып ҡайтыуға өлгәште.

Берҙәмлектән бәрәкәт килә, тиеүҙәре дөрөҫ шул. Яуымбайҙың уҡыусылары ла, киләсәкте тәрбиәләүгә битараф булмаған оло йөрәкле ата-әсәләре лә, уҡытыусы-әйҙәүселәре  Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллин да бына тигәндәр!

  Афарин, яуымбайҙар!

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы.

Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?
Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?
Спилс карта йыйыу буйынса етеҙҙәр ҡайҙа уҡый?
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас