Краеведение
2 Июня , 11:03

Атаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссам

Бөгөн РФ-ның атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, профессор, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Э.М. Сәйетовтың тыуыуына 90 йыл. 

Атаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссамАтаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссам
Атаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссам

Эрнст Миңләхмәт улы Сәйетов 1936 йылдың 2 июнендә Өфөлә тыуған.

19431949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Воскресен районы (хәҙерге — Ишембай районыЮлдаш ауылында йәшәй. Атаһы һуғышта вафат була, оҙаҡламай әсәһе лә сирләп, донъя ҡуя. Ҡустыһы менән Эрнст ауылда өләсәһендә йәшәй, ауыл мәктәбендә уҡый.

Урал итәгенең матур тәбиғәте уның хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала, үҫкәс был яҡтарҙы һағынып ҡайтыр, бында дәртләнеп эшләр булған.

Бәләкәй сағынан уҡ Эрнст һүрәт төшөрөргә яратҡан: «Рәссам булырға мин һәр ваҡыт теләй инем. Был теләк миңә атайымдан күскән, ул һәйбәт кенә һүрәт төшөргән, ғүмере буйы рәссам булырға хыялланған. Ул Өфөлә өлкә гәзиттәре нәшриәтендә цинкограф, фотограф булып эшләй ине, линогравюралар ҙа киҫә ине. Бәләкәй саҡта мин уның янына килеп, нисек баҫма формаһы яһалғанды ҡарап торорға ярата инем, ә оттиск сығыуы миңә мөғжизә булып күренә ине»,- тип һуңыраҡ иҫкә алыр була.

1949 йылдан башлап, Эрнст Сәйетов башҡа етем ҡалған балалар менән Өфөлә Совет Армияһының музыкант тәрбиәләнеүселәр мәктәбендә уҡый. 1960 йылдарҙа ғына уға В. А. Серов исемендәге Ленинград художество училищеһында (әле Н. К. Рерих исемендәге С.-П. художество училищеһы) һәм И. Е. Репин исемендәге Ленинград живопись, скульптура һәм архитектуры институтының графика факультетында (әле академия) уҡыу бәхете тейә . Институтта ул күренекле рәссам, живопись академигы һәм профессор Алексей Федорович Пахомовта уҡый. Йәш рәссам диплом эше итеп сәнәғәт темаһын: «Башҡортостан — нефть республикаһы» тигән офорттар циклын һайлай. Йәйге практикаһын Сәйетов нефтепромыслаларҙа үткәрә. Һуңыраҡ графикала Ишембай районы Юлдаш ауылы һәм тәбиғәте темаларын яҡтырта («Ауылда» (1968), « Йылҡылар», «Башҡорт өйөндә», «Бесәндән ҡайтыу», «Беренсе дәрес», «Башҡортостан. «30- сы йылдар», «Ҡыш», «Ҡымыҙ», «Һалам йыйғанда» (1972)).

Эрнст Миңләхмәт улының Юлдаш ауылына ҡайтыуын туғандары ғына түгел, бөтә ауыл халҡы һәр саҡ көтөп ала. Рәссам улар менән ихлас аралаша, Юлдаш ауылы халҡының ҡайһы берҙәрен картиналарында күрергә була.

Институтты тамамлағандан һуң, 1968 йылдан башлап, Эрнст Сәйетов Өфөлә йәшәй, Башҡорт художество производствоһы оҫтаханаларында рәссам булып эшләй. Офорт, литография, линогравюра, акварель, һүрәт һәм китап иллюстрациялау техникаһында эшләй. 1971 йылдан  рәссамдар Союзы ағзаһы. 1969 йылдан башлап, Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегендә һүрәт һәм композиция уҡыта башлай, 1973 йылдан  Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт (изобразительных искусств) факультетында (әле З. Исмәғилев исемендәге институт). 1991 йылдан года институттың живопись кафедраһы мөдире, 1995 йылда профессор дәрәжәһенә эйә. Бер төркөм һәләтле рәссамдар Наил Байбурин, Фәйзрахман Исмәғилев, Сергей Игнатенко, Ринат Харисов, Михаил Копьёв, Илдар Бикбулатов, Жәлил Сөләймәнов, Әмир Мәжитовты һәм башҡаларҙы уҡыта.

1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан рәссамдар союзының рәйесе, ә 1981—1986 һәм 1996 йылда — РСФСР рәссамдар союзы идараһы секретары була. ВЛКСМ өлкә комитетының Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. 1995 йылдан «Артыш» ижади берлегенә инә.

Сәйетовтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт сәнғәт музейында (Өфө), Ырымбур өлкә сәнғәт музейында, Красноярск В. И. Суриков исемендәге сәнғәт музейында, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы дәүләт сәнғәт музейында (Нукуста), Магнитогорск картиналар галереяһында һаҡлана.

Сығанаҡ: Википедиянан

Атаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссам
Атаһының хыялын тормошҡа ашырыусы рәссам
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас