

Сараның пленар өлөшөндә «Ашҡаҙар» гәзитенең баш мөхәррире, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәмил Мансуров «Кем һин, ҡала башҡорто?» доклады менән сығыш яһай.
Муниципалитетта туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу торошо менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин таныштыра.
Ата-әсәләр йәмәғәтселеге менән эшләү пландары, перспективалары тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйсән Йосопова сығыш яһай.
Шулай уҡ сара сиктәрендә шиғыр конкурстарында, «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» бәйгеһендә ҡатнашыусы йәш әкиәтселәр, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла.
Ата-әсәләр ҡоро етәксеһе итеп билдәле артист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Артур Ишмөхәммәтов һайлана.
Сараның төп ойоштороусылары – Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге.
Сығанаҡ: Ҡоролтай битләүенән