Краеведение
7 Июля , 12:30

Мәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылған

Ҡалтасы районы Бабай ауылы урта мәктәбендә капиталь ремонт бара. Бер юлы белем усағының тирә-яғын да тәртипкә килтерәләр. Әммә эштәрҙе бер аҙ туҡтатып торорға тура килгән - мәктәп биләмәһендә яҡынса XIX быуатҡа ҡараған боронғо шыма көбәкле винтовканың көбәге табылған.

Мәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылғанМәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылған
Мәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылған

Ҡомартҡыны райондың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейына тапшырасаҡтар, тип хәбәр итә райондың мәғариф бүлеге начальнигы Альбина Зиннурова.

Сығанаҡ: бәйләнеш төркөмөнән

Мәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылған
Мәктәп ремонтланғанда ҡомартҡы табылған
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас