

Альпинист донъяның Эльбрус, Килиманджаро, Аконкагуа һәм Эверест кеүек бейек тауҙарына артылды. Эвересҡа иһә быйыл 21 майҙа ғына күтәрелде. Ҡулдарында ғына менгән кеше булмаған. Был яңалык донъяны шаулатты, бар халыҡ тауға менеп, иҫән-һау ҡайтыуын теләне.
– Иң мөһиме, тауҙан кире төшөү, бына шул мәлдә альпинистарҙың күбеһе ошо этапты үтә алмай. Тауға артылыу тураһында ғына түгел, төшөүҙе лә иҫәпкә алыу бик мөһим. Унда һин уйҙарың менән дә, бар торошоң менән дә яңғыҙһың. Был артылышты үтәм тиһең дә, алға ынтылаһың, иҫеңә төшкәндә арыуыҡ юл үтелгән...
Ә бына тауҙарға менер алдынан физик күнекмәләр эшләйем, үҙемде һәм ғаиләмде әхләҡи яҡтан да әҙерләйем. Эверест тауынан һуң ғаиләбеҙ менән Торатауға күтәрелдек. Әйткәндәй, Эльбрусҡа кәләшем менән бергә менгән инек. Балалар ҙа нисек ҡыйын икәнлеген белә. Ете тауға үрләргә теләйем, дүртәүһен яуланым. Ғөмүмән, кешенең бит мөмкинлектәре сикһеҙ, – тине ул.
Рөстәм Нәбиев тормошонда оло маҡсаттар ҡуйып йәшәй, янында уны аңлаған ғаилә ҡото, терәге, әлбиттә, хыялдары ла һис шикһеҙ тормошҡа ашылыр.
Фотоларҙы Альберт ЗАҺИРОВ, Динар КӘЛИМУЛЛИН төшөрҙө