

Йәй миҙгеле – рәссамдар өсөн иң көтөп алынған осор, ижади сәйәхәттәр ваҡыты һәм асыҡ һауалағы пленэрҙа ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Илһамланған рәссамдар бик ҙур ихласлыҡ менән эшләне. Асыҡ һауала ижад итергә өйрәтергә килгән 22 ҡунаҡ араһында сәнғәт мәктәптәре, колледждар, институт уҡытыусылары ла бар.
– Тәьҫораттарҙы аңлатып бөтөрлөк түгел.Тәбиғәт шул тиклем иҫ киткес, – ти рәссам, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы, башҡорт рәссамы һәм педагог, Рәсәй, БР рәссамдары Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Хәйрулла улы Мостаев.
– Пленэрҙың төп маҡсаты рәсем төшөрөргә өйрәтеү генә түгел, ә йәштәргә әйләнә-тирәләге матурлыҡты күрергә, үҙ ереңде яратырға һәм ошоно ижад аша тапшырырға ярҙам итеү. Бөрйән тәбиғәтен һүрәтләүгә , пейзаждар эшләүгә, ерле халыҡтың портреттарын төшөрөүгә бағышланыҡ.
Байназар мәктәбе яңы интернатына килеп урынлаштыҡ. Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендә мәктәп интернатында яҡты йөҙ, йылы һүҙ, яҡшы уңайлыҡтар менән ҡаршы алды. Шул тиклем дә ҡәнәғәтбеҙ.
Яҡын-тирә ауылдарҙан дә балалар килеп пленэр эшендә ҡатнашып, күп яҡлы һәләттәрен асты, матурлыҡты тойорға өйрәнде.
Мораҙым мәктәбе уҡыусылары ла уҡытыусылары Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы, Моратшина Гүзәл Фәнис ҡыҙы менән килделәр.
Һынлы сәнғәт уҡытыусылары ла ҡәләм һәм ҡылҡәләмдәр менән эш итеүҙең серҙәрен асты, уҡыусыларға буласаҡ рәсемдәрен күҙ алдына килтерә белергә өйрәтте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
16 июль көнө 14.00 – 18.00 сәғәткә тиклем Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда әллә нисә көн буйы барған пленэрҙың күргәҙмәһе халыҡҡа ҡуйыла. Бөтә теләүселәр ҙә, ауылдарҙан да теләүселәр килеп ҡатнаша ала. Рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла сертификаттар, айырыуса әүҙем ҡатнашҡандарға пленэрҙың дипломдарын тапшырыу көтөлә.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.