

Байрамға Бүләкҡужаның ейәндәре Танһыҡбай, Мөғәллим, Алсынбай, Ҡасим, ейәнсәре Мөхәдисәнән таралған бер нисә быуын вәкилдәре килгәйне. Динислам Бүләков менән Лилиә Фазлетдинова байрамды күңелле генә алып барҙы: туғандар менән таныштырҙы, иң оло һәм иң кесе Бүләковтарҙы билдәләне. Әйткәндәй, тап Динислам Раил улы – ошо осрашыуҙы ойоштороу идеяһын тәҡдим итеүсе. Уның уйын Рәмил Ханнан улы, Гөлгөнә Ғәзнәүи ҡыҙы, Лилиә Раил ҡыҙы күтәреп алып, бергәләп башҡарып сыҡты. Әлбиттә, ауылда ла ярҙам итеүселәр күп булды: яландағы үләнде сабып әҙерләргә, сәхнә ҡуйырға, уйындар өсөн майҙансыҡты таҙартырға, бүләктәр алырға кәрәк ине.
Баннерға баҫылған шәжәрәлә 500-ҙән ашыу кеше теркәлгән, ул һаман да тулыландырыу өҫтөндә. Килен, кейәүҙәр иһә айырым баҫылған һәлмәк кенә китапҡа яҙылған.
Бүләковтар таланттарға бай. Ҡунаҡтар йыр-бейеүҙән төҙөлгән дәртле концерт ҡарап кинәнде. Балалар эргәләге Урал йылғаһында йөҙөп рәхәтләнде, төрлө уйындар уйнаны.
Был фамилиянан билдәле кешеләр байтаҡ сыҡҡан. Уҡытыусыларҙы ғына алайыҡ (улар араһында атҡаҙанғандар ҙа, ветерандар ҙа, йәштәр ҙә бар): Майза, Зөһрә, Земфира, Венера, Люциә, Зилдә, Гөлнәфисә, Раушания, Ләйсән апайҙар, Илдус, Вил, Наил ағайҙар, нәҫелдә иң олоһо иҫәпләнгән Рафиҡ ағай... Ә Риман Бүләков – Мәҫкәү мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Ирнес Ҡасим улы ғүмере буйы Йәрмәкәй районы хакимиәтендә эшләгән, ә уның ҡыҙы Гөлнара менән кейәүе Алмас Әмировтарҙы – актёрҙарҙы – кем белмәй? Табиптар ҙа күп нәҫелдә, барыһын да һанап бөтөрлөк түгел.
200-ләп кеше йыйылған Урал буйы гөрләп торҙо. Төрлө район-ҡаланан килгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең бер-береһе менән танышып аралаша башлауҙарын күреп һөйөндөк. Бүләковтар шәжәрәһе ҙурая, тормош дауам итә.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.