Краеведение
11 Августа , 12:09

Ҡобайырмы йәки эпосмы?

Мәктәптәрҙә түбән класс уҡыусыларына «Урал батыр» эпосын уҡытырға, тигән хат килде. Унда эпос тейелгән, ә һеҙҙең яҙмаларҙа ҡобайыр, тейелә. Беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, нисек итеп дөрөҫ әйтергә?   Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның яуабы: -Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр! Мин һеҙгә ғәйәт ҡатмарлы, әммә бик тә мөһим был эшегеҙҙә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. «Урал батыр»ҙы, һис икеләнмәй «ҡобайыр», тип әйтегеҙ. Тик рус телендә генә «эпос» . «Эпос-кубайыр» тип әйтеү уғата шәп булыр ине. Нимәгә таянам? Ҡобайырыбыҙ менән шөғөлләнгән ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәрен 1968 йылдарҙан башлап өйрәнеп киләм. Һуңғы йылдарҙағы фекерҙәргә иғтибар итәйек.

Ҡобайырмы йәки эпосмы?Ҡобайырмы йәки эпосмы?
Ҡобайырмы йәки эпосмы?

1. «Башҡортостан ҡыҫҡаса энциклопедия»һы . 588-се бит.
«Ҡобайыр» тип раҫлана.
2. Фән докторы Розалия Солтангәрәева хеҙмәттәре.
«Нимә ул ҡобайыр?»
(Башҡорт сәсән мәктәбе, Өфө. 2012)
Ихтирам иткән сәсәниәбеҙ, ғалимәбеҙ башҡа терминдарға баш эйеүгә ҡырҡа ҡаршы сыға.
«Тик башҡорт ҡына аңлай, белә торған һәм тик башҡортҡа ғына хеҙмәт итә алған, ә башҡа ят һәр бер милләткә лә көсө һәм тылсымы яраҡһыҙ һәм тейеш тә булмаған милли ҡаҙаныш ул – Ҡобайыр!…….
Рус телендә лә «кубаир» урынына «кобайыр» тип яҙыу мотлаҡ! Ҡасан беҙ үҙебеҙҙе ҡәҙер итә белербеҙ?!» (Башҡорт сәсән мәктәбе, 73-сө бит).
Ғалимәбеҙҙең дә башҡа байтаҡ ғалимдарҙың да фекерҙәре башҡортса мотлаҡ «ҡобайыр», фәҡәт рус телендә генә «эпос» йәки «эпос-кобайыр» тип алыу яғында.
Ошо фекерҙәргә таянып һорауҙарға яуап яҙҙым.

Ҡобайырмы йәки эпосмы?
Ҡобайырмы йәки эпосмы?
Ҡобайырмы йәки эпосмы?
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас