Краеведение
12 Августа , 03:53

Мәҙәниәт йортона Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелде

Билдәле беренсе башҡорт композиторы, йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме уның тыуған төйәгендәге - Көйөргәҙе районы Мораптал ауыл биләмәһе мәҙәниәт йортона бирелде.Был турала ҡарарға республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Мәҙәниәт йортона Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелдеМәҙәниәт йортона Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелде
Мәҙәниәт йортона Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелде

Ғәзиз Сәлих улы 1895 йылдың 29 октябрендә Иҫке Мораптал ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районы) тыуған.
 Йырсылар араһында беренсе булып "Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булған шәхес.
 Ул башҡорт профессиональ музыкаһын үҫтереүгә күп көс һалған кеше. Композиторҙың йырҙарын һәр быуын яратып тыңлай.

Сығанаҡ: Башҡорт донъяһы.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас