Краеведение
8 Сентября , 07:10

«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!

Яңыраҡ Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында донъя хәстәре менән янған уҙамандар ҡәләм һәм һүҙ оҫталарын туплап майҙан ҡорҙо.

«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!
«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!

Заман талап иткән яңы йола байрамы тыуыуына шаһит булды йәмәғәт. Өфө, Сибай, Силәбе, Мәғнит ҡалаларынан, курше райондарҙан махсус саҡырылған ҡунаҡтар ҙур теләктәшлек белдереп ихлас ҡатнашты сарала. Йыйын уртаһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм әҙәбиәт әһелдәре – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова менән Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов,  халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы Лариса Абдуллина менән Мөнир Ҡунафин булды. Башҡортостан «Китап» нәшриәте баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, прозаик Хәйҙәр Тапаҡов һ.б. рухташтар менән осрашып фекер алашыу – эшлекле аралашыу бәхете бүләк итте Ҡәләмтуй.

«Проза һәм  драматургия» (етәксеһе – Радик  Өмөтҡужин), «Бөгөнгө һәм киләсәкке шиғриәт» (шағирә Фәнүзә Биктимерова), «Ҡәләм оҫталары – «Осҡон»доң дуҫтары» (Рәмилә Истанбаева), «Мәктәп йондоҙсоҡтары» (Зиниә  Ғәлләмова), «Барыһы ла Еңеү өсөн!»  (Земфира Сафина) бер урам булып һуҙылған секция-тирмәләрҙә бал ҡортондай шат ижади тауыштар яңғырап торҙо. Рухи мәҙәниәтте үҫтереүгә арналған йәнле сығыштар һәм фекер алышыуҙар, Ил-йорт сәсәндәрен һәм яугир әсәләрен хөрмәт менән ихлас тәбрикләүҙәр – Ватан ауазы булып күктәргә ашты, әйтерһең дә, ярһып тотош Ер шарын иңләне.

Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә ағзалары үҙҙәре бер ҡор ине. Берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин, Мәғнит ҡалаһынан – Азамат Усманов, Сәфинә Хәкимова, Йәмилә Хисмәтова, Нәзилә Аҫылбаева, Үрге Урал районынан Яйыҡбикә сәсән, Өфөнән шағирә Рәшиҙә Рәйес берҙәм ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында рухташыбыҙ Йәмилә Хисмәтова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ булды. Байрам ашы – ҡара ҡара ҡаршы тигәндәй, Ҡамса Мортазин менән Сәфинә Хәкимова сығыш яһап майҙан хужаларына өр-яңы китаптарын бүләк итте.

Силәбеләр байрамдан һуң Сәфинә Хәкимова ойошторған квартирник – аулаҡ ижад йортона йыйылып Ҡәләмтуй хаҡында фекер алышты, баһаланы.

Һабантуй менән Ҡарға бутҡаһын күңел байрамы тип халыҡ ижад иткән, әле иһә Әбйәлиләр йәнгә бал-май булып яғылыр өр-яңы рухи йола тыуҙырҙы. Әбйәлил район хакимиәтенең оһолло етәксеһе Айрат Зиннәт улы Әминевҡа, уның ярҙамсыһы, аҡыллы кәңәшсеһе Хәлил Юлай улы Рәхмәтуллинға, барлыҡ ойоштороусыларға һәм яҙыусыларға рухи байрам өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ!

Ҡамса МОРТАЗИН,

 Силәбе ҡалаһы.

Фото авторҙары:

Тәүфиҡ Зөлҡәрнәев, «Осҡон» район гәзите һәм «Абзелил» сайтынан алынды.

 

«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!
«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!
«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!
«Ҡәләмтуй»ҙа булдыҡ беҙ!
Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас