Краеведение
10 Сентября , 07:13

Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүселәр

Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн; Илшат Мәғәфүр улы Фәхертдинов, «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы концерт»ты ижад иткәне өсөн; Фәрит Фәтих улы Иҙрисов, махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған «Башҡорт ирекле батальондарының героик маршы»н һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Бөйөк Еңеүҙе яулаусыларға» балладаһын ижад иткәне өсөн; Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, Рөстәм Милләт улы Хәкимов, Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәҙйәнов «Бер ғүмер етмәй» спектакле өсөн; Рабинович Михаил Исакович (вафат булғандан һуң), Кәримов Илгиз Мостафа улы (вафат булғандан һуң), Виданов Вячеслав Иванович, Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы, Өфө рус драма театрында Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» әҫәре повесы буйынса ҡуйылған «Луна һәм листопад» спектаклен ижад итеүҙәре өсөн; Тапаҡов Хәйҙәр Ниғмәт улы, «Йәшлеккә ҡайтыу» проза йыйынтығы өсөн; Яҡшыбаева Лира Миңниәхмәт ҡыҙы, дүрт китап ижад иткәне өсөн: «Ер бөтәһе өсөн дә бер», «Уҡытыусы бәхете», «Доға ҡөҙрәте», «Зәйнулла-ишан. Хәҡиҡәткә юлда. Хәҡиҡәттән мәңгелеккә»; Стәрлебаш районында «41-ҙең ҡатын-ҡыҙҙары» һәйкәлен булдырған өсөн Владимир Геннадьевич Лобанов, Рөстәм Аэз улы Хәсәнов, Фирдант Сәлимйән улы Нуриәхмәтов, һәм Илгиз Фазылйән улы Фәйзуллин.

Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүселәрСалауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүселәр
Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүселәр

Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә үтә.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1967 йылдың 25 октябрендә булдырылған. Тәүгеләрҙән булып юғары наградаға «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығы өсөн Мостай Кәрим, «Ырғыҙ» романы өсөн үлгәндән һуң Һәҙиә Дәүләтшина, «Яңы йырҙар» йыйынтығы өсөн Заһир Исмәғилев һәм «Дуҫтарҙа ҡунаҡта» хореографик композицияһы өсөн Фәйзи Ғәскәров лайыҡ булған.

Автор:Римма Баймырҙина
Читайте нас