Алып барыусы. Балалар, беҙ һағынып көткән йәй ҙә килеп етте. Ҡояш апай йылы нурҙарын һибә, бөтә тәбиғәт йоҡоһонан уяна. Бөгөн өләсәй беҙҙе үҙенә саҡырғайны, ниңә икән? Әйҙәгеҙ үҙен барып күрәйек. (Өләсәй эргәһенә баралар.)
Алып барыусы. Һаумы, өләсәй! Беҙ килеп тә еттек.
Өләсәй. Һаумыһығыҙ, балалар. Хәлдәрегеҙ нисек? Байрамға тип әҙерләнгәнһегеҙ икән, матур кейемдәрегеҙҙе кейенгәнһегеҙ.
Бала. Ниндәй байрам ул, өләсәй? (Кәкүк тауышы ишетелә.)
Өләсәй.Тыңлағыҙ әле, ниндәй ҡош тауышы ишетелә?
Балалар. Кәкүк, кәкүк саҡыра.
Өләсәй. Эйе, был кәкүк тауышы. Бөгөн «Кәкүк сәйе» байрамы лабаһа. Ә һеҙ был байрамдың тарихын беләһегеҙме?
Балалар. Юҡ, белмәйбеҙ, һөйлә әле, өләсәй.
Өләсәй. Тыңлағыҙ, балалар. Борон-борон заманда Кәкүк исемле егет йәшәгән, ти. Уның һөйгән ҡыҙы ла булған. Улар бер-береһенә тоғро булырға вәғәҙә лә биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш сығып, егет һуғышҡа оҙатыла. Ул яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмай. Ҡыҙ барыбер өмөтөн өҙмәй, уны көтә. Көн һайын оҙон толомдарын үргәндә: «Миңә лә ҡанаттар биреп, ҡошҡа әйләндерһәңсе. Һөйгәнемде эҙләп табыр инем», – тип Хоҙайға ялбара. Көндәрҙең береһендә, шулай Хоһайға мөрәжәғәт иткәндә, уның теләге ҡабул булған, ти. Оҙон толомдары урынына ҡанаттар үҫеп сығып, ҡыҙ ҡошҡа әйләнгән дә, тирмәнән осоп та киткән.
Халыҡ кәкүктең бер ҡанаты һалпыш, ти. Ул ҡыҙҙың үрелеп бөтмәгән толомо икән. Ҡыҙ үҙенең кем икәнен дә онотҡан, тик һөйгәненең исемен генә хәтерҙә һаҡлаған. Шул замандан башлап ул һөйгәнен: «Кәкүк, Кәкүк» – тип ҡысҡырып эҙләй икән. Сит ояларға йомортҡа һала, ләкин баҫып сығарырға түҙемлеге етмәй, ары оса икән, ти.
Кәкүк – кешеләргә изгелек килтереүсе ҡош, тип иҫәпләгән халҡыбыҙ. Шуға, уға бағышлап, яҙ көнө байрамдар ойоштора.
Балалар. Эйе, өләсәй, оҡшаны. Бик ҡыҙғаныс легенда. (Тағы ла кәкүк тауышы ишетелә.)
1-се бала. Бына кәкүк ҡысҡыра,
Сәй эсергә саҡыра.
Балаларын һағына,
Йырын, моңон тарата,
Ауыҙына ҡарата.
2-се бала. Яланда бигерәк тәмле
Сәк-сәк, бәлеш, бауырһаҡ.
Етте, сығып яланға,
Кәкүк сәйе эсер саҡ.
Алып барыусы. Өләсәйҙәр, еңгәләр,
Апайҙар һәм һылыуҙар,
Кәкүк сәйенә тәм-томдо
Сығарығыҙ кемуҙар.
(Алып барыусы барыһын да табынға саҡыра.)
Алып барыусы: Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ туғайға барайыҡ, бөгөн бит «Кәкүк сәйе» байрамы, яҙғы байрам. Бына беҙ туғайға ла килеп еттек. Ҡарағыҙ әле, туғай ниндәй матур, тирә-яҡты йәшел хәтфә үлән ҡаплаған, ҡаҡы, бәпембә, ҡуҙғалаҡ елгә елберләй, төрлө сағыу сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра.
Ҡыҙҙар башҡарыуында «Сәскәләр» бейеүе.
(Кәкүк тауышы ишетелә.)
Өләсәй. Саҡырайыҡ ҡунаҡҡа,
Килеп етһен ул тиҙ үк!
Бөтәһе бергә. Кәкүк, кәкүк, кил әле!
Хәлебеҙҙе бел әле!
(Кәкүк инә, ҡанаттарын ҡаға, «Кәкүк» бейеүен башҡара.)
Кәкүк. Танышайыҡ, мин – Кәкүк,
Күлдәгем көрәнһыу-күк,
Ҡайттыҡ йылы яҡтарҙан,
Быйыл бында кәкүк күп.
Килен. Кәкүккә мин йыр әҙерләнем, әйҙәгеҙ йырлап ишеттерәм.
(Р. Ураҡсина һүҙҙәре, Ә. Зиннурова көйөнә «Кәкүк» йырын башҡара. )
Кәкүк. Бигерәк матур йыр. Дуҫтар, минең урман-ҡырҙарҙы ҡарап киләһем бар. Һау булығыҙ!
(Кәкүк һаубуллашып сығып китә.)
Өләсәй. Әлиә килен, һин булмаһа самауыр ҡуй. Ә ҡалғандар «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын уйнап алайыҡ.
(«Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыны уйнала.)
Өләсәй. Әйҙәгеҙ, самауыр ҡайнағансы, күңел асып алайыҡ. Ағинәйҙәр һеҙгә йомаҡ ҡойор, ә һеҙ яуабын табығыҙ. Балалар, һеҙ әҙерме?
Балалар. Эйе, беҙ әҙер.
1-се Ағинәй. Көндөҙ уның күҙе һуҡыр,
Әллә тығылған бөкө?
Төнөн һунарға сыға,
Шар күҙле матур.....
Бөтәһе бергә: Өкө, өкө.
2-се Ағинәй. Тыуған яҡҡа бик тоғро ҡош,
Ҡайҙа ғына ул тормай.
Күктә, ерҙә, хатта өйҙә,
Кинәнеп уйнай......(турғай).
3-сө Ағинәй. Ҡаяларҙан һауаларға
Йәйеп оса ҡоласын,
Бөркөт кеүек ҡыйыу ҙа ул,
Матур ҙа ул, ...... (ыласын).
4-се Ағинәй. Йыр-моңдарға күмә ерҙе,
Илаһи моң – таң тыуғас,
Һоҡланғыс ҡош....... (һандуғас).
5-се Ағинәй. «Ҡар»ҙа «ҡар», тип осоп йөрөй,
Ҡысҡыра юҡҡа-барға.
Үҙе уғры, үҙе яһил,
Исеме уның........(ҡарға).
6-сы Ағинәй. Тауҙар иле – уның ере,
Бармай бер ниҙән өркөп,
Ҡурҡыу белмәҫ был дәү ҡоштоң
Исеме булыр ....... (бөркөт).
Өләсәй. Афарин, балалар! Йомаҡтарҙың яуаптарын бик тиҙ таптығыҙ. Ҡоштарҙы бик яратаһығыҙҙыр инде.
Балалар. Эйе, өләсәй, ҡышын ҡоштарға ем һибәбеҙ, тағараҡтар эләбеҙ.
Алып барыусы. Балалар, тыңлағыҙ әле, ниндәй тауыштар ишетелә?
Балалар. Ҡоштар, бөжәктәр тауышы ишетелә.
Алып барыусы. Эйе, балалар, тәбиғәт ҡосағында бигерәк күңелле. Бөжәктәр сәскәләрҙән бал йыя, ҡырмыҫҡа иләүендә эш ҡайнай, күбәләктәр леп-леп оса. Әйҙәгеҙ әле, балалар, бергәләшеп йырлашып алайыҡ.
(Балалар Р. Ураҡсина һүҙҙәре, Ә. Зиннурова һүҙҙәренә «Күбәләк» йырын башҡара.)
Алып барыусы. Афарин, балалар. Ә хәҙер өлкәндәрҙең күңелен асып, «Йәшерәм яулыҡ» уйынын уйнап алайыҡ. Башта һанашмаҡ әйтеп көтөүсе һайлайыҡ. Бергәләшеп ҡабатлайыҡ: «Бер бабай юлға сыҡҡан, уның тәгәрмәсе ватылған, уны йүнәтеү өсөн, нисә сөй кәрәк булған?» Айбулат –көтөүсе.
Өләсәй. Күпте күрҙем, киләсәкте лә күрергә насип булһын. Балалар, кәкүк ауылға осоп килһә, аслыҡ була, ти торғайны халыҡ. Шуға күрә, халыҡ ҡырға сыҡҡан ыңғайы, кәкүк ултырып саҡырған ағас төбөнә ризыҡ – һөт йә ҡатыҡ ҡоя торған булғандар.
(Өләсәй ағас төбөнә теләктәр теләй – теләй һөт ҡоя.)
1-се Ағинәй. Илгә именлек килһен!
2-се Ағинәй. Күктән изгелек булһын!
3-сө Ағинәй. Көндәр һәр саҡ матур торһон!
4-се Ағинәй. Иген ишелеп уңһын!
Алып барыусы. «Әйҙәгеҙ әле, бергәләшеп йырлап – бейеп алайыҡ әле.
(«Айҙар ғынайым» йырын ағинәйҙәр башҡара.)
Алып барыусы. Бына, балалар, уйнаныҡ та, көлдөк тә. Шәп байрам – «Кәкүк сәйе», хәҙер сәсән телле өләсәй теләктәр теләр, эйе бит.
Өләсәй. Уйын бөттө, балалар,
Ҡайнаны самауыр ҙа.
Тыңлап ҡына тороғоҙ;
Тереклек донъяһына
Күңелегеҙҙе бороғоҙ!
йәшел үлән ҡаплаһын, ағастар япраҡ ярһын, ҡоштар һайраһын. Үҫеп килеүсе йәш быуын ошо тереклекте һаҡлаһын, һаҡлаһын. Амин, балалар!
Алып барыусы.
Килеп етте йәмле йәй,
Кәкүккәй эсерә сәй.
Тәмле булһын сәйегеҙ!
Йәшәһен Ер-Әсәбеҙ!
Йәмле йәйҙе йәмләрбеҙ,
Бай һыйҙарын тәмләрбеҙ,
Ил инәһе теләктәрен
Бөтәбеҙ ҙә аҡлайыҡ!
Өләсәй. Балалар, ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Балалар. Атай һәм әсәй кәрәк!
Өләсәй. Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Балалар. Беҙ йәшәгән өй кәрәк!
Өләсәй. Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Балалар. Беҙ һөйләшкән тел кәрәк!
Өләсәй. Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Балалар. Тыуған-үҫкән ил кәрәк!
Өләсәй. Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ, хәҙер сәй эсеп алайыҡ, табынға рәхим итегеҙ. (Сәй табыны дауам итә.)
Өләсәй. Балалар, «Кәкүк сәйе» байрамы бигерәк күңелле үтте, илебеҙ һәм киләсәгебеҙ тыныс булһын. Әйҙәгеҙ, ҡалған ризыҡтарҙы ағас төбөнә һалайыҡ, кәкүк тә, башҡа ҡош-ҡорттар ҙа байрам итһен.
Фото: com