Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
1 Октябрь 2018, 16:14

Башҡорт теле дәрестәрендә метапредмет компетенцияларын формалаштырыу методтары

Яңы быуын дөйөм белем биреү стандарттарының мөһим ҡиммәти ориентиры – уҡыу-уҡытыу процесына компетентлыҡлы ҡараш булдырыу. Бындай ҡараш уҡыусыларҙа күп төрлө компетенциялар формалаштырыу һөҙөмтәһендә бойомға ашырыла. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙа түбәндәге компетенциялар комплексын формалаштырыу ҡарала: 1) метапредмет компетенциялар (белем биреүҙең дөйөм йөкмәткеһенә ҡарай); 2) дөйөм предмет компетенциялары (предметтар төркөмөн һәм өлкәләрен үҙ эсенә ала); 3) предмет компетенциялары (айырым уҡыу-уҡытыу предметы сиктәрендә формалаштырыла). Был компетенцияларҙың һәр төрө күп компоненттан торған бер нисә тармаҡҡа айырыла. Белем биреүҙең метапредмет йөкмәткеһенә, А.В. Хуторской билдәләүенсә, ҡиммәти-мәғәнәүи компетентлылыҡ, дөйөм мәҙәниәтлелек, уҡыу- танып белеү эшмәкәрлеге, мәғлүмәтлелек, коммуникатив һәм ижтимағи-хеҙмәт компетентлылығы, шәхестең үҙкамиллашыуға һәләте инә. Был төр компетенциялар белем алыу процесында ла, реаль тормош ситуацияларында килеп тыуған проблемаларҙы хәл иткәндә лә ҡулланыла. Башҡорт теле дәрестәрендә формалаштырылыусы дөйөм предмет компетенциялары бөтә гуманитар фәндәр һәм параллель рәүештә өйрәнелеүсе телдәр (башҡорт, рус, инглиз, татар, сыуаш һ.б.) өсөн уртаҡ. Предмет компетенциялары «Башҡорт теле» предметының йөкмәткеһен үҙләштереүгә бәйле билдәләнә.
Метапредмет йөкмәткеле компетенциялар уҡыусыларҙа бер, бер нисә йәки бөтә предметтарҙы өйрәнеү барышында дөйөмләштерелгән (универсаль) эшмәкәрлек формалаштырыуҙы күҙ уңында тота. Универсаль эшмәкәрлек – балаларҙа яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек.
Метапредмет әһәмиәтле белем биреү һөҙөмтәләренә яңы быуын белем биреү стандарттарында түбәндәге талаптар ҡуйыла:
1) уҡыусының үҙ эшмәкәрлеген ойоштора белеүе: маҡсат һәм бурыстарҙы билдәләү; маҡсатҡа ирешеү сараларын һайлап алыу һәм дөрөҫ файҙаланыу; уртаҡ маҡсатҡа ирешеү өсөн төркөмдә эшләй белеү һәләте; ирешелгән һөҙөмтәләрҙе дөрөҫ баһалай алыу;
2) төрлө эшмәкәрлек өсөн универсаль әһәмиәткә эйә төп компетентлылыҡ төрҙәренең формалашҡан булыуы: уҡыу мәсьәләләрен сисеүҙең дөйөмләштерелгән ысулдарына эйә булыу; коммуникатив, эҙәнеү-тикшеренеү һәм мәғлүмәт менән эш итеү кеүек эшмәкәрлек төрҙәренә әҙерлек; төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын дөрөҫ файҙаланыу.
3) һөнәр һайлауға әҙерлек: уҡыусының үҙенең мөмкинлектәрен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып, һөнәрҙәр донъяһында дөрөҫ ориентирлашыуы, хеҙмәт баҙарындағы ситуацияны, һөнәри белем биреү системаһын белеүе.
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн программаларҙа метапредмет һөҙөмтәләренә өлгәшеү маҡсатында метапредмет йөкмәткеле яңы дисциплиналар индереү ҡаралмаған, шуға ла был төр компетенциялар традицион предметтарҙы уҡыу-уҡытыу барышында формалаштырыла. Туған тел предметының метапредмет компетенцияларын формалаштырыу потенциалы программаларҙа айырым билдәләнә. Мәҫәлән, «Башланғыс дөйөм белем биреүҙең яҡынса программалары»нда рус һәм туған телдәрҙе өйрәнеү барышында уҡыусылар телде кешенең төп аралашыу ҡоралы һәм милли мәҙәниәт күренеше булараҡ танырға өйрәнеүе, уларҙа рус һәм туған телгә ҡарата позитив эмоциональ-ҡиммәти ҡараш, телдәрҙе грамоталы ҡулланыуға ынтылыш формалаша башлауы, рус һәм туған телдең уҡыусылар өсөн бөтә белем алыу процесының нигеҙен тәшкил итеүе, уларҙың фекерләүе, интеллектуаль һәм ижади үҫеш сараһы булып тороуы күрһәтелә. Урта кластар өсөн рус теле программаларында ла туған телдең метапредмет белем биреү функцияһын үтәүе билдәләнә, уҡыусының мәктәптә уҡыу осоронда телдең бала шәхесен үҫтереүҙәге роле, уның универсаль, ойоштороусы характерҙа булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Туған телдең шәхес үҫтереүҙәге метапредмет потенциалы дәрестәрҙә төрлө юлдар менән бойомға ашырыла. Ғилми-методик әҙәбиәттә был маҡсатта ҡулланыу өсөн күп төрлө методтар, эш төрҙәре, алымдар тәҡдим ителә. Уларҙың иң эффективтарын башҡорт теленең эске закондарына яраҡлаштырып, уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уңышлы файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, проект эшмәкәрлеге, интерактив һәм актив методтар, баланы шәхес булараҡ үҫтереүгә йүнәлтелгән заманса технологияларҙы файҙаланыу һ.б.
Был хеҙмәттә башҡорт теле дәрестәрендә метапредмет компетенцияларын үҫтереү маҡсатында ҡулланыу мөмкин булған интерактив һәм актив методтарҙың бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ. Эштәр парҙарҙа йәки төркөмдәрҙә ойошторола.
Ғилми-тикшеренеү методы. Был метод уҡыусыларҙы тел күренештәрен тикшереү-анализлау йүнәлешендәге күп төрлө эштәргә йәлеп итеүгә нигеҙләнә. Проект эшмәкәрлеген, ғилми-тикшеренеү эштәрен ойоштороу буйынса һуңғы йылдарҙа методик әҙәбиәттә, шул иҫәптән «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында, күп кенә материалдар донъя күрҙе. Был төр эште ойоштороу уҡыусыға үҙ аллы эҙләнеү өсөн шарт тыуҙырыуға нигеҙләнә. Мәҫәлән, уҡытыусы тикшереү объекттарын тәҡдим итә, уҡыусылар үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныуҙарына тап килгәнен һайлай. Тикшереү планы (алгоритмы) бирелә: маҡсатты билдәләү – план төҙөү – тикшереү объекты тураһында фактик материал йыйыу – тикшереү эшен үткәреү (күҙәтеү, анализлау, тәжрибә үткәреү, яңы факттарҙы асыу һәм теркәү һ.б.) – килеп тыуған проблемалар һәм һорауҙар – яуап версиялары, гипотеза – рефлексив фекерләү, аңлы эшмәкәрлек ысулдары һәм һөҙөмтәләр – йомғаҡлау. Уҡыусылар эште ошо алгоритмға ярашлы үҙ аллы йәки төркөмдәрҙә башҡара.
Төшөнсәләр төҙөү методы. Уҡыусыларҙың һәр төркөмөнә берәр һүҙ бирелә. Уҡыусылар был һүҙҙәрҙең нимә аңлатырға мөмкинлеген фаразлайҙар һәм төшөнсә формалаштыралар. Тәүҙә ябайыраҡ һүҙҙәр алына. Мәҫәлән, рус мәктәбендә сәйгүн (сәйнүк), самауыр кеүек һүҙҙәрҙе өйрәнер алдынан был һүҙҙәрҙең нимә аңлатыу мөмкинлеген фаразлайҙар. Сәйгүн (сәйнүк) – сәй ҡайната торған һауыт. Самауыр – үҙәгендәге торбаға күмер һалып, һыу ҡайната торған ҡоролма. Артабан уларҙың ниңә сәйгүн (сәйнүк), самауыр тип аталғанын асыҡлайҙар. (Рус телендәге чайник, самовар һүҙҙәрен башҡортсаға ҡулайлаштырып әйткәндәр.) Һуңғараҡ историзм, архаизм йәки диалект һүҙе бирелә. Мәҫәлән, ураҡ. Хәҙерге балаларҙың күбеһе был предметты күргәне юҡ. Һүҙҙең мәғә–нәһенән, төҙөлөшөнән сығып, һүрәтенә ҡарап, был элекке ҡул менән иген ура торған эш ҡоралы тигән һығымтаға килергә тейештәр. Өгөрсә – түтәлдә үҫкән йәшелсә, әҙәби телдә ҡыяр. (Рус телендәге огурец һүҙен башҡортсаға ҡулайлаштырып әйткәндәр.)
Гипотеза формалаштырыу методы. Уҡыусыларға уҡытыусы ҡуйған проблема йәки һорау буйынса гипотезалар формалаштырырға ҡуша. Мәҫәлән, «Грамматик ҡағиҙәләрҙе белеү кәрәкме, юҡмы?» һорауы ҡуйыла һәм төркөмдәрҙә гипотеза формалаштырырға тәҡдим ителә: «Әгәр … булһа, грамматик ҡағиҙәләрҙе белеүҙең кәрәге юҡ». Аҙаҡ һәр төркөм үҙ фекерен иҫбатлай. Эш аҙағында фекерҙәр дөйөмләштерелә, һығымта яһала: «Грамматик ҡағиҙәләрҙе белеүҙең әһәмиәте … нигеҙләнә».
Проблемалы уҡытыу методы булараҡ бығаса киң ҡулланылған ҡағиҙә сығарыу методы ла метапредмет компетенцияларын формалаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусылар бирелгән текстан дәрес материалына ярашлы орфограммаларҙы таба, төркөмләй, дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен үҙҙәре уйлап сығара, фекер алыша. Һуңынан иң уңышлыһын һайлап алып, дәреслектәге менән сағыштыралар.
Сағыштырыу методы логик фекерләүҙе үҫтереүҙә иң уңышлыһы һанала. Был методты аналитик эштәр менән бергә ойошторорға мөмкин. Уҡыусыларға ошондай һорауҙар бирелә: «Сағыштырыу өсөн тәҡдим ителгән предмет йәки күренеште ниндәй маҡсатта һәм нисек сағыштырырға мөмкин?», «Бөтә нәмәне лә сағыштырып буламы?», «Сағыштырып булмай торған нәмәләрҙе әйтегеҙ. Уларҙы ни өсөн сағыштырыу мөмкин түгел?».
Образлы күреү методы. Тәҡдим ителгән объектты эмоциональ-образлы тикшереү. Мәҫәлән, күнегеү тексына ҡарата бирелгән иллюстрациялағы персонаждың тышҡы ҡиәфәте, кейеме, йөҙө һ.б. менән уның характеры араһындағы бәйләнеште билдәләү. Юғары класс уҡыусылары менән был эште тарихи шәхестәр тураһындағы текстар һәм уларҙың реаль портреты буйынса ойошторорға мөмкин.
Символ төҙөү методы. Был методтың асылы – ниндәйҙер бер предмет йәки төшөнсә менән уның символы араһындағы бәйләнеште табыу. Өлгө өсөн киң билдәле төшөнсәләр тәҡдим ителә: күгәрсен – тыныслыҡ билдәһе, аҡ төҫ – яҡшылыҡ, ҡара төҫ – ҡайғы һ.б. Өлкән кластарҙағы уҡыусылар менән әҙәби әҫәрҙәрҙәге символдарҙы «уҡыу»ҙы ойошторорға мөмкин. Мәҫәлән, Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романындағы Гөлйөҙөмдөң Айбулатҡа ебәргән символик хаты һ.б. Һуңынан уҡыусыларҙың үҙҙәренән график, предметлы йәки һүҙле символдар уйлатырға мөмкин.
Агглютинация методы (йәбештереү). Был метод уҡыусыға көсөргәнешле интеллектуаль эшмәкәрлектән мауыҡтырғыс икенсе төр эшкә күсеү мөмкинлеген бирә. Эш парҙарҙа ойошторола. Бер партала ултырған ике уҡыусы, мәғәнәһе тап килмәгән һүҙҙәрҙе бер-береһенә «йәбештереп», бығаса булмаған төшөнсә килтереп сығара һәм уның тураһында бәйләнешле телмәр (тарих) төҙөй. Мәҫәлән, «тимер болоттар», «сәскә атҡан таяҡ» һ.б.
Был методтарҙы ҡулланыу логик, ижади, тәнҡитле, образлы фекерләүҙе үҫтерә, уҡыусыларҙың ҡиммәти-мәғәнәүи компетентлылығы, дөйөм мәҙәниәтлелеге, мәғлүмәтлелеге кеүек метапредмет йөкмәткеле компетенцияларҙы формалаштырыуға булышлыҡ итә.



Р.Ә. АБУТАЛИПОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры,
филология фәндәре докторы

Әҙәбиәт
1. Абуталипова Р.Ә. Грамматик төшөнсә өйрәнеү барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлен формалаштырыу юлдары // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2011. – №8. – 50 – 54-се бб.
2. Примерная основная образовательная программа образовательного учреждения. Начальная школа. – 3-е издание. – М.: Просвещение, 2011. – 204 с.
3. Примерная программа по русскому языку. V – IX классы. – М.: «Просвещение», 2010. – С. 3 – 5.
4. Хуторской А.В. Ключевые компетенции как компонент личностно-ориентированной парадигмы образования // Народное образование. – 2009. – №2. – С. 58 – 64.

Читайте нас: