“Маҡсат. Ҡарабаш турғайҙарҙың тормошо, файҙаһы менән таныштырыу. Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, ижади эшләү күнекмәләрен булдырыу. Ҡоштарға иғтибар, улар менән һоҡланыу хисе тәрбиәләү, ярҙам итеү теләге уятыу.
– Беренсе баҫҡыс – “Әҙәбиәт” тип атала. Турғай тураһында төрлө йомаҡ, шиғырҙарҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Кемдәр шиғыр әҙерләп килде?
– Ҡарға, торна, аҡҡош, һайыҫҡан, өйрәк, турғай, сыйырсыҡ, күгәрсен һ.б. ҡоштарҙы ултыраҡ һәм күсмә ҡоштарға айырыу.
– Ни өсөн шулай төркөмләнегеҙ? Балалар, һеҙ ниндәй турғайҙарҙы беләһегеҙ? Улайһа, тыңлағыҙ.
Ҡарабаш турғай – синица. Уларҙың ауырлығы 20 грамм, оҙонлоҡтары – 15 сантиметр. Түштәре һары, баштары ҡара кәпәс кейгән кеүек. Тырнаҡтары кәкре, суҡышы осло, күҙе үткер. Осло суҡышы менән ағас ярыҡтарынан бөжәктәрҙе, пинцет менән сығарған кеүек, тартып сығара.
Ҡарабаштың эше лә күп, иң мөһиме – үҙенә аҙыҡ табыу, урман һәм баҡсаларҙы ҡоротҡос бөжәктәрҙән һаҡлау. Улар ағастан ағасҡа, ҡыуаҡтан ҡыуаҡҡа ҡунып, һәр бер ботаҡты бик иғтибар һәм сабырлыҡ менән тикшерә. Улар ағас ҡыуышында йә кешеләр яһаған ояларҙа йәшәй.
Турғайҙарҙың бер пары ғына ҡырҡ төп емеш ағасын зарарлы бөжәктәрҙән таҙарта.
– Шулай итеп, турғайҙарҙың ниндәй төрҙәре бар? Ҡарабаш турғайын нисек һүрәтләрһегеҙ?
“Мин – ҡоштарҙың тылсымлы тартмаһы. Теләһәм, ҡоштар үҙҙәре миңә осоп килә. Ләкин мин сихырсы түгел. Мин ябай ғына тартма. Шулай ҙа, тылсым көсө бар миндә. Мин һеҙгә уның серен асып бирергә булдым. Бының өсөн был тартмаға ярма, икмәк киҫәктәре һалып, ағасҡа элеп ҡуйырға кәрәк. Шунан мин тылсымлыға әйләнәм.
– Хикәйәлә нимә тураһында һүҙ барҙы? Тағараҡтар ни өсөн кәрәк? Тағараҡтарҙы нимәнән эшләргә була?
А.Р. ЯРУЛЛИНА,
Белорет районының Мәхмүт башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы