Бала мәктәптә уҡый башлағас та, уның йәшәү рәүеше үҙгәрә, йәғни күнеккән уйынсыҡтарынан айырылырға мәжбүр, көнө буйына уйнап-көлөп йөрөү урынына ул етди белем алыу процесына дусар ителә. Баланың нескә иңдәренә кинәт кенә ҙур йөк төшә. РАМН-дың һаулыҡ һаҡлау буйынса Фәнни үҙәк биргән мәғлүмәттәр буйынса, I класҡа ҡабул ителгән балаларҙың 20%-ның һаулыҡтары нормаға тап килмәй. Ә бындай балаларға өҫтәлмә “йөк”тө арттырыу нимәгә алып килә һуң?
Ғалим А.Л. Венгер, был мәсьәләләрҙе фәнни тикшереп, баланы мәктәп шарттарына яраҡлаштырыуҙың юғары, уртаса һәм түбән кимәле булыуын билдәләй. Юғары кимәлгә эйә булған балалар тәүге айҙа мәктәп мөхитенә бер ниндәй проблемаһыҙ ҡулайлаша. Уларҙың кәйефе күтәренке, үҙҙәрен тыныс тота, класташтары һәм уҡытыусы менән яҡшы мөғәмәлә итә, йәштәштәре араһында юғары статусҡа күтәрелә, уҡыу материалын еңел үҙләштерә. Икенсе кимәлгәҡараған уҡыусылар мәктәп шарттарына ике-өс айға һуңыраҡ күнегә, йәштәштәре һәм уҡытыусы менән мөнәсәбәт ҡороуҙа бер аҙ ауырлыҡтар кисерә. Белем алыу процесында ла көсөргәнешлелек һиҙелә. ¤сөнсө кимәл уҡыусыларына яңы шарттарға күнегеү төрлө ҡыйынлыҡтар аша бирелә. Бындай балалар класташтары менән аралашып бармай, эмоциональ яҡтан тотороҡһоҙ, тиҙ ҡыҙып китеүсән, уҡытыусының иҫкәрмәләренә иғтибар итмәй, уҡыу программаһын үҙләштерә алмай, мәктәп мөхитенә күнегеү ваҡыты ла оҙайлы процесҡа әүерелә. Улар араһында уҡыу йылы аҙағына тиклем мәктәпкә ҡулайлаша алмаған балалар ҙа осрай. Был уҡыусылар өсөн уҡыу һәм тәрбиә процесын нисек ойошторорға? Баланың мәктәпкә ҡарата булған ҡарашын, хис-тойғоларын нисек көйләргә һуң? Күренекле ғалимдарҙың, методистарҙың ғилми хеҙмәттәренән, практиктарҙың оҙайлы тәжрибәһенән был һорауға яуап эҙләргә, кәрәкле кәңәштәр тупларға була. Билдәле психологтар Г.А. Цукерман, К.Н. Поливанова, Л.Е. Журова һәм башҡалар баланың мәктәпкә “өлгөрөү-өлгөрмәүен” билдәләү өсөн Керн-Ирасектың психофизиологик тестарын тәҡдим итә. Тестарҙа өс төрлө эш бирелә: кеше һүрәтен төшөрөү, 2-3 һүҙҙән торған һөйләмде күсереү, 10 нөктә ярҙамында бирелгән тура дүртмөйөш формаһындағы геометрик фигураны күсереү. Артабан баланың эштәре психолог йә табип тарафынан тейешле критерийҙар нигеҙендә баһалана, баланың әҙерлек кимәле билдәләнә.
Һорауҙың тәртип һаны | Тикшереү категорияһы | Шифровка | ||||||
1 балл | 2 балл | |||||||
1 | РО | А-Ә М – атай-әсәй мөнәсәбәте | ||||||
2 | 3 | 4 | НГШ | МӘТ – мәктәпкә әҙер түгел | ||||
5 | 6 | Л | Һ – һулаҡай | |||||
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | НС | НА – невротик ауырыу билдәһе | ||
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | И | И – инфантилизм | ||
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | ГС | ГА – гиперкинетик ауырыу билдәһе, яй эш итеү | ||
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | ИНС | НСТ – нервы системаһының тотороҡһоҙлоғо | ||
27 | 28 | 29 | 30 | НП | ЭХИХ – эш-хәрәкәттәрҙең ирекле характеры | |||
31 | 32 | 33 | 34 | 35 | НМ | УҠТ – уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы түбән | ||
36 | 37 | 38 | 39 | 40 | АС | Х – хәлһеҙлек | ||
41 | 42 | 43 | 44 | 45 | 46 | НИД | ИЭБ – интеллектуаль эшмәкәрлектең боҙолоуы |
Беренсе класс уҡыусыһының адаптация проблемаларын өйрәнеүсе Л.М. Ковалёва баланың физиологик, психологик портретын күҙаллау өсөн һорауҙар системаһын (46 һорау) тәҡдим итә. Мәҫәлән, тәүге биш һорауға ғына күҙ һалайыҡ. 1. Мәктәпкә тиклем бала уҡыу күнекмәләренә эйә түгел ине (һанай белмәй, хәрефтәр танымай һ.б.). 2. Аң үҫеше яғынан тиҫтерҙәренән ҡалыша, улар белгән күп нәмәләрҙе белмәй (мәҫәлән, аҙна, ай исемдәрен, йыл миҙгелдәрен һ.б.). 3. Ҡул суҡтары үҫешеп етмәгән (хәрефтәрҙе тигеҙ итеп яҙа алмай, дәфтәр һыҙығын күрмәй һ.б). 4. Һулаҡай баланы атай-әсәһе уң ҡулы менән эшләргә күнектерә башлаған. 5. Һул ҡул менән яҙа… 6. Уйнарға ярата. (Хатта дәрес ваҡытында ла уйнауын дауам итә.)Тағы ла шул йүнәлештәге 30-ҙан ашыу һорауға яуап туплана. Уҡытыусы шул һорауҙар нигеҙендә түбәндәге бланкты тултыра. Ул баланың торошона ҡағылышлы тәртип һандарын һыҙа бара. Әгәр ҙә һыҙылған номер һул яҡ бағананан булһа – 1 балл, ә уң яҡтан икән, 2 балл ҡуйыла. Иң юғары балл – 70. Һәр баланың йыйған балы теркәлә, һәм уның мәктәп мөхитенә күнегә алыу-алмау кимәле иҫәпләп сығарыла. Психолог, һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлап, бала тураһында аныҡ һәм тулы мәғлүмәт бирә. Тикшеренеү һөҙөмтәһендә өс төркөм билдәләнә: 1-се төркөм – К = 0 – 14%-ҡа тиклем – мәктәп шарттарына тиҙ күнеккән балалар; 2-се төркөм – К = 15 – 30%-ҡа тиклем – уртаса кимәл; 3-сө төркөм – К = 30%-тан юғары булһа, мәктәп шарттарына бик ауыр һәм оҙаҡ күнегәсәк балалар булыуын күрһәтә.
Уҡыу-тәрбиә процесын һәр бала тураһындағы күрһәткестәргә нигеҙләнеп, бирелгән методика нигеҙендә ойоштороу отошло. Ошо һөҙөмтәләр нигеҙендә атай-әсәйҙәргә баланың һаулығын ҡайғыртыу, тейешле режимды үтәү бурысы йөкмәтелә. Юғарыла ҡыҫҡаса баланың мәктәпкә әҙерлек кимәлен өйрәнеү технологиялары, айырым авторҙарҙың методикалары бәйән ителде.
Бала “уҡыусы” статусын алғас та, уны белем алыу процесына нисек көйләргә, уңышлы күнектерергә һуң? Был ҡайһы бер тәжрибәле уҡытыусылар өсөн дә ҡатмарлы мәсьәлә. Уны хәл итеүсе төп дидактик принциптарҙы ҡарап үтәйек.
Ғалим В.В. Давыдов билдәләүенсә, балалар баҡсаһынан сыҡҡан, уйнап туя алмаған балаға тиҙ генә етди эшмәкәрлеккә күсеү еңел түгел. Шуға күрә дәрестәрҙә белем алыуҙы уйын технологиялары нигеҙендә ойоштороу – төп талаптарҙың береһе. “Ниндәйҙер һорауға яуап эҙләп урман мәктәбенән килгән ҡуян”, “Ярҙамға килгән Аҡбуҙат”, “Уҡыусылар менән сәйәхәт итергә яратҡан Белмәҫйән” – дәреслек авторҙары тәҡдим иткән төп персонаждар. Уҡыу эшмәкәрлеге уйын менән үрелеп барған осраҡта уҡыусыға программа материалын үҙләштереү күпкә еңелләшә, уҡыу процесына яраҡлашыу осоро ла күпкә ҡыҫҡара.
Уҡытыусы – мәктәптә баланың төп таянысы, иң яҡын кешеһе. Уның менән яҡшы мөнәсәбәт ҡорған осраҡта, бала мәктәпкә теләп бара, ҡанатланып ҡайта. Мәктәптән йылы хәтирәләр, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар алып ҡайтып, уңыштарын, ҡыуаныстарын ата-әсәһе менән уртаҡлаша. Бындай шарттар балала мәктәпкә, уҡыу процесына ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Дәрес – бала менән тығыҙ аралашыу, белем-тәрбиә биреү сараһы ул. Педагог 35 минутлыҡ дәрестә ваҡытты дөрөҫ бүлеп, уҡыу программаһын үҙләштереүгә ирешергә тейеш. Был унан юғары профессионаллек, компетентлыҡ талап итә. Балалар менән һығылмалы булыу, йәғни кәрәк саҡта талапсан, ә кәрәк саҡта маҡтай һәм дәртләндерә белеү, бала күңеленә ҡурҡыу хистәрен һалмау ысын оҫталыҡ, күп физик көс талап итә. Уҡытыусының бер ҡарауға әллә ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә булмаған “дөрөҫ түгел”, “бигерәк иғтибарһыҙһың”, “насар”, “тик кенә ултыр”, “тауышланма” тигән иҫкәрмәләре уҡыу процесына, уҡытыусыға ҡарата кире ҡараш тәрбиәләй. “Дөрөҫ түгел” тигән һүҙҙе йыш ишеткән баланың ҡул күтәреп яуап биреү теләге юҡҡа сыға, ҡыҙыҡһыныуы һүнә. Әгәр бала өйҙә лә маҡтау йә хуплау һүҙҙәрен һирәк ишетә икән, ул яйлап йомола. Бындай балалар нервы һәм психик ауырыуҙарға ла тиҙ дусар була. Шулай итеп, баланы мәктәпкә күнектереүҙә төп шарттарҙың береһе – уҡыусы менән кешелекле, йәғни йылы мөнәсәбәт ҡороу.
Уҡытыусы ата-әсә менән берлектә һәр баланы мәктәп шарттарына яраҡлаштырыуҙың үҫеш динамикаһын күҙәтә, ундағы күрһәткестәргә ярашлы төҙәтмәләр индерә бара.
Шулай итеп, психолог һәм методистар, тәү башлап уҡырға килгән бала мәктәптә уңышлы уҡып китһен өсөн, тәү сиратта “уҡытыусының профессиональ компетентлығы, уның кешелек сифаттары булыуы мотлаҡ” икәнен билдәләй.
Ф.Ш. Сынбулатова,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия
фәндәре кандидаты