Тема. “Тирмәкәй” әкиәтенә сәйәхәт.
Маҡсаттар. 1. Белем биреү. Хайуандарҙың ҡиәфәттәрен, исемдәрен һәм башҡа билгеләрен ҡабатлау. Геометрик фигураларҙы һәм төҫтәрҙе атау. Һорауҙарҙы тыңлай һәм яуап бирә белеү күнекмәләрен нығытыу.
2. Үҫтереүсе. Тел байлығын арттырыу, иғтибарлыҡты, хәтерҙе, күҙәтеүсәнлекте үҫтереү.
3. Тәрбиәүи. Хайуандарға ҡарата һаҡсыл ҡараш һәм ярҙамсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Магнит таҡта, музыка, тирмә һүрәте, ҡағыҙ әкиәт персонаждары (хайуандар) фигуралары. Төрлө төҫтәге квадрат, дүртмөйөш, өсмөйөш һәм түңәрәк ҡағыҙ фигуралар.
Бүлмә түрендә магнит таҡта тора. Уның алдына ярымтүңәрәккә ултырғыстар ҡуйылған. Балалар бүлмәнең икенсе яртыһында тәрбиәсе менән сәйәхәткә китергә әҙерләнә.
Тәрбиәсе. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Тәрбиәсе. Балалар, әйҙәгеҙ бөгөн әкиәт иленә сәйәхәткә барайыҡ!
Тәрбиәсе һәм балалар ағас тирмә янына килә.
Тәрбиәсе. Балалар, ҡарағыҙ әле, был нимә?
Тәрбиәсе. Дөрөҫ, беҙ “Тирмәкәй” әкитенә килдек. Оҡшаймы?
Балалар үҙ урындарына ултыра, тәрбиәсе тирмә янында ҡала.
Тәрбиәсе. Балалар, “Тирмәкәй” әкиәтендә кемдәрҙе иҫләйһегеҙ?
Балалар. Сысҡан, әрмәнде, ҡуян, төлкө, бүре, айыуҙы.
Тәрбиәсе. Дөрөҫ, хәҙер әкиәтте хәтергә төшөрәйек. Тирмәгә кем беренсе булып килә?
Тәрбиәсе. Афарин! Бына сысҡан килә. (Сысҡан һүрәтен күрһәтә.) Ул ҡаршыһындағы матур ағас тирмәне күреп: “Тирмә, тирмәкәй, был тирмәлә кем йәшәй?”, – тип һорай. Әммә уға бер кем дә яуап бирмәй. Ул буш тирмәгә керә лә, йәшәй башлай. Балалар, сысҡан нисек һөйләшә әле?
Тәрбиәсе. Дөрөҫ. Сысҡандан һуң тирмә янына кем килә?
Тәрбиәсе. Эйе. Ана, үҙе тирмә янына килгән дә инде. (Әрмәнде һүрәтен күрһәтә.) “Тирмә, тирмәкәй, был тирмәлә кем йәшәй?” “Мин сысҡан, ә һин кем?” “Мин әрмәнде, ал мине үҙ яныңа йәшәргә?” “Әйҙә, икәүләп йәшәүе күңеллерәк булыр.” Балалар, ә әрмәнде нисек һикерә, кем белә? Ҡайҙа, һикереп күрһәтегеҙ әле?
Балалар һикереп күрһәтәләр.
Тәрбиәсе. Афарин, барыһын да беләһегеҙ үҙегеҙ. Ултырышайыҡ. Тағы ла бер ҡунаҡ тирмә эргәһенән үтеп бара, ул туҡтай. (Ҡуян фигураһын күрһәтә.) Кем ул?
Тәрбиәсе. Дөрөҫ, аҡыллыларым. Ҡуян да: “Тирмә, тирмәкәй, был тирмәлә кем йәшәй?” “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде, ә һин кем?” “Ә мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ, мине лә үҙ янығыҙға йәшәргә алығыҙ.” “Әйҙә, өсәүләп йәшәүе күңеллерәк булыр.” Шунан улар бергәләп йәшәй башлайҙар. Балалар, ҡуяндың ҡолаҡтары ниндәй, күрһәтегеҙ әле.
Балалар ҡулдарын маңлайҙарына ҡуйып һелкәләр.
Тәрбиәсе. Афарин. Ана тағы кемдер килә. Таныйһығыҙмы уны? (Төлкө һүрәтен күрһәтә.)
Балалар. Беләбеҙ, ул – төлкө.
Тәрбиәсе. Төлкө тирмә тәҙрәһенә туҡылдата. (Туҡ, туҡ, туҡ.) “Тирмә, тирмәкәй, был тирмәлә кем йәшәй?” – тип һораны. “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде.” “Мин ҡуян – оҙон ҡолаҡ, ә һин кем?” “Ә мин төлкөбикә, алығыҙ мине лә янығыҙға.” “Әйҙә, ин, бергә-бергә йәшәрбеҙ”. Төлкөбикә тирмәгә инә. Беҙҙең тирмәгә тағы кемдер килә. Кем ул?
Тәрбиәсе. Эйе. Тирмә яғынан үтеп барған бүре ишектән башын тығып ҡарай ҙа: “Тирмә, тирмәкәй, был тирмәлә кем йәшәй?” – тип һорай. “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде.” “Мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ.” “Мин төлкөбикә, ә һин кем?” “Ә мин бүре.” “Әйҙә, һин дә беҙҙең менән йәшә, күңеллерәк булыр”. Шулай итеп, хайуандар бергә-бергә күңелле итеп йәшәй башлағандар, ти.
Музыка ҡабыҙыла. Балалар “Аҡ ҡуян” йырын башҡара.
Тәрбиәсе. Бер ваҡыт, йыр тауышын ишетеп, тайыштабан тирмәгә яҡынлаша... Кем унда?
Тәрбиәсе. Дөрөҫ, айыу тирмә янына туҡтап, бөтә көсөнә үкереп ебәрә: “Тирмә, тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй?” “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде.” “Мин ҡуян – оҙон ҡолаҡ.” “Мин төлкөбикә.” “Мин бүре, ә һин кем?” “Мин тайыштабан айыу, мине лә янығыҙға алығыҙ әле!!!” “Әйҙә, бергәләп йәшәрбеҙ.” Айыу тирмәгә инергә уйлап башын ишеккә тыға. Тик, күпме генә тырышмаһын, инә алмай. “Ярай, улай булғас, мин тирмә башында йәшәрмен”, – ти ҙә тирмә башына менә башлай. Шул саҡ тирмә емерелеп төшә. Хайуандар тирмәнән көскә сығып өлгөрә.
Физминут. Балалар, һеҙ арынығыҙ, хәҙер әйҙәгеҙ, урман хайуандарының хәрәкәттәрен күрһәтеп алайыҡ.
Тейен сәпәкәй итә (сәпәкәйләү),
Терпе иҙәнде тибә (тыпырлатыу),
Ә айыу, тайыш табан,
Башын ғына һелкетә (башты уңға-һулға һелкетеү).
Ҡуян йүгереп китә (урында йүгереү),
Башын ул да һелкетә (башты уңға-һулға һелкетеү),
Яҡ-яғына ҡаранып (башты тирә-яҡҡа бороу),
Шыршы аҫтына боҫа (урындарға ултырыу).
Тәрбиәсе.Ултырышайыҡ, балалар. Ҡарағыҙ әле, мин беҙҙең хайуандарға яңы йорт төҙөргә төрлө фигуралар алып килдем. Беләһегеҙме уларҙы? Был ниндәй фигура?
Балалар. Квадрат, өсмөйөш, түңәрәк, дүртмөйөш.
Тәрбиәсе. Ә улар ниндәй төҫтә?
Балалар. Квадрат – ҡыҙыл, өсмөйөш – йәшел, түңәрәк – күк, дүртмөйөш – һары.
Тәрбиәсе. Афарин, әйҙәгеҙ хәҙер минең менән хайуандарға тирмә яһайыҡ. Тәүҙә квадратты ҡуябыҙ, унда хайуандарҙың бүлмәһе була. Шунан тирмәнең ҡыйығын ябайыҡ, өсмөйөштө квадраттың өҫтөнә ҡуябыҙ. Түңәрәктән – тәҙрә, ә дүртмөйөштән ишек яһарбыҙ. Тирмәгә оҡшанымы?
Тәрбиәсе. Шулай итеп, сысҡан, әрмәнде, ҡуян, төлкө, бүре, айыу бергәләп яңы тирмәлә йәшәй башлайҙар.
“Нимә юҡ булды?” уйынын уйнау.
Тәрбиәсе.Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ әле. Мин бер хайуанды йәшерәм. Ә хәҙер күҙегеҙҙе асығыҙ. Кем йәшенгән?
Уйын, хайуандар йәшенеп бөткәнсе, дауам итә.
Йомғаҡлау. Тәрбиәсе. Балалар, бына беҙҙең сәйәхәт аҙағына ла етте. Һеҙгә әкиәт оҡшанымы?
А.И. ХЫЗЫРОВА,
Өфө ҡалаһының 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе